«Әс-Сәләм» – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

«Әс-Сәләм» – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

«Әс-Сәләм» – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

«Әс-Сәләм» гәзитенең мөхәррире, шағирә Зөлфиә Ханнанова Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашты.

 

Был абруйлы сара Шаржаның хакимы Шәйех Солтан Ибне Мөхәммәд Әл-Ҡасими етәкселегендә быйыл 43-сөгә үткәрелгән. Күргәҙмәлә 2213 нәшриәт ҡатнашҡан. Шуларҙың 1298 – ғәрәп, 915-е башҡа илдәрҙең нәшриәттәре. Йәмғеһе 210 телдә сыҡҡан китап продукцияһы тәҡдим ителгән.

«Барыһы ла китаптан башлана!» девизы аҫтында үткән йәрминкәгә донъяның төрлө илдәренән арҙаҡлы яҙыусылар саҡырылған. Рәсәйҙән шулай уҡ ҡарасәй яҙыусыһы Сәлимә Коркмазова, табасаран шағирәһе Сувайнат Кюребекова, лезгин шағиры Владик Батманов, бүрәт яҙыусыһы Амарсана Улзытуев, удмурт теленән тәржемәсе Алексей Арзамазов, татар шағирәһе Луиза Янсуар ҙа ҡатнашҡан. «Беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштереүсе әйбер – яҙған әҫәрҙәребеҙҙең Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәтен һаҡлау программаһы сиктәрендә Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән төрлө жанрҙағы күләмле антологияларҙа донъя күреүе, – ти Зөлфиә Ханнанова. – Донъя кимәлендәге китап йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡырыу алыуыбыҙ ҙа ошо программаға бәйле».

Башҡорт шағирәһе Ғәрәп Әмирлектәренә үҙе яҙған билингва «Таш-ҡатын» китабынан тыш, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә нәшер ителгән халҡыбыҙҙың рухи мираҫы «Урал батыр» эпосын, донъя халыҡтары әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән «Ватандаш» журналын һәм «Әс-Сәләм» дин-мәғрифәт гәзитен дә алып барған.

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...