Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.

 

Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм уның улдары уҡытҡан ваҡытта ҙур уңыштарға ирешә. Ике быуат дауамында меңләгән шәкерт бында белем алған. Билдәле шәхестәр Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Кинйә Арыҫланов, Төхфәт Йәнәби кеүек шәхестәрҙең үҙҙәрендә уҡыуы менән дә ғорурлана стәрлебаштар. Шуға ла район гербының һәм флагының үҙәгендә асылған китап төшөрөлгән. Был Стәрлебашта борон билдәле мәҙрәсә булыуын аңғарта. ХХ быуат башына Стәрлебашта мәҙрәсәләр һаны егерме икегә еткән. 1860-1880 йылдарҙа мәҙрәсәлә шәкерттәрҙең һаны – 500-600 кешегә етә. XIX быуаттың аҙағына мәҙрәсәне тамамлаған бер меңдән ашыу кеше мәсеттәрҙә имам-хатип булып хеҙмәт итә. Шуға ла яҡын тирәлә икешәр, хатта өсәр мәсет булған ауылдар булыуы билдәле. Әммә революция шауҡымы менән халыҡҡа төплө белем биргән дин әһелдәре һөргөнгә ебәрелә, мәҙрәсәләр емерелә. Әлеге ваҡытта Стәрлебаш мәсет-мәҙрәсәләренең яҙмышы ни хәлдә?

 

 

Мөхәмәтшакир Туҡаев

 

 

 

 

Гүзәлиә Ҡунафинаның үткән йыл донъя күргән «История одной мечети, или знаменитые стерлибашевские мечети вчера и сегодня» китабы тап ошо турала. Гүзәлиә Ҡасим ҡыҙы белеме буйынса иҡтисадсы, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән ике өләсәһенең тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ өләсәләренең намаҙ ҡылғандарын, изге Ҡөрьән китабынан сүрәләр уҡығандарын, ураҙа тотҡандарын, кешеләрҙе дауалағандарын күреп үҫә һәм уларға оҡшарға теләй. Ошо теләге йылдар үтеү менән уны мәсеткә алып килә. Бәхеткә күрә, Стәрлебашта ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса курстар асыла. Шулай итеп, уның өсөн яңы тормош башлана, ул күп һорауҙарына яуап таба. Уйҙарын, фекерҙәрен башҡаларға еткереү, шулай уҡ яратҡан «Ислам нуры» мәсетенә, уға нигеҙ һалыусы Искәндәров Ғәлиәкбәр Ғабделҡадир улына, уның фекерҙәштәренә, уҡытыусыларына, мөғәллимдә-ренә, хәҙрәттәргә хөрмәт күрһәтеү, ата-бабаларына рәхмәт йөҙөнән китап яҙырға ҡарар итә.

– Китап яҙыуымың маҡсаты – ислам диненең сафлығын, минеңсә, берҙән-бер дөрөҫ дин булараҡ күрһәтеү, материалдарҙы бөртөкләп йыйыу, уларҙы системаға һалыу һәм Совет осоронан һуң Стәрлебаш мәсеттәренең мәғрифәтселек эшмәкәрлеген тергеҙеү тураһында яҙыу ине, – ти Гүзәлиә Ҡунафина.

Ҡасандыр Стәрлебашты «икенсе Бохара» тип тә йөрөтәләр. Мәҙрәсәлә башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар һәм башҡа төрки халыҡ вәкилдәре уҡый. Мәҙрәсәлә шәкерттәргә йәшәү һәм уҡыу өсөн бөтә шарттар: дөйөм ятаҡ, китапхана, ашхана, һыу үткәргестәр, мунсалар булған. Мәҙрәсәнең утыҙҙан ашыу бинаһы булған.

Стәрлебаштың үҙендә генә өс мәсет һәм өс мәхәллә була. Ҡыҫҡаһы, ул билдәле мәғрифәт, мәҙәниәт һәм сауҙа үҙәгенә әүерелә. Дөйөм алғанда, район биләмәһендә барлығы 41 мәсет иҫәпләнә.

Әммә үткән быуаттың 20-се йылдарында быуаттар буйына төҙөлгән мәсеттәр һәм белемле дин әһелдәре юҡҡа сығарыла. Атеизм осоро бер нисә быуын халыҡты диндән айырырға тырыша. Шулай ҙа, райондағы 41 мәсеттең икеһе, (Стәрлебашта һәм Йәшергән ауылында) рәсми рәүештә теркәлеп, сафта ҡала. Был ваҡытта республикала бөтәһе дүрт мәсет кенә ҡалған була (шуның икеһе Стәрлебаш районында). Әммә халыҡ хәтерен юйып булмай.

Аллаһу Тәғәлә ярҙамы менән халыҡ барыбер дингә тартыла. Олатай-өләсәйҙәренән ятлаған аяттарҙы иҫкә төшөрә, мәсеттәр төҙөлә, дини уҡыу йорттары асыла.

Ҡорбанғәли хәҙрәт балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ислам нигеҙҙәренә һәм ғәрәп теленә өйрәтә, йома вәғәздәре һөйләй, дини йолаларҙы башҡара, никах уҡый, сабыйҙарға исем ҡуша.

2003 йылдан алып әлеге көнгә тиклем был мәхәлләлә Нил хәҙрәт Рәмиев хеҙмәт итә. 2002 йылдан һуң Юғары мөфтиәт Указы менән мәхәлләгә Зөфәр хәҙрәт Биктимеров етәкселек итә. Ленин урамындағы мәсеттә дини дәрестәр алып барыла, йома вәғәздәре уҡыла.

Әлеге ваҡытта районда 26 мәсет иҫәпләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһында тәғәйенләнгән имам-хатиптар ауыл халҡы менән эш алып бара. Квартал һайын район хакимиәте тарафынан ауыл хакимиәте башлыҡтары менән имамдарҙың семинар кәңәшмәләре ойошторола һәм унда көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә.

Аллаһҡа шөкөр, йылдан-йыл районда ураҙа тотоусылар һаны арта, ауылдарҙа ифтар аштары уҙғарыла, мәсеттәрҙә уҡыуҙар ойошторола. Балаларҙың да әкренләп дингә ынтылыуы һөйөнөслө. Тимәк, Стәрлебашҡа ла элекке даны ҡайтыр тигән өмөт бар.

 

Мөнирә Әһлиуллина,

Стәрлебаш районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...