Изге ғәмәлдәр дауамлы булһын!

Изге ғәмәлдәр дауамлы булһын!

Күптән түгел беҙҙең Cибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете мөслимәләре, алыҫ араларҙы якынайтып, Хайбулла районы йәмәғәтенә дини дәрестәр биреп ҡайтты, әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмин.

 

Был яҡтың тәбиғәте: киң далалары, үҙенсәлекле ҡая таштары, тын ғына ағып ятҡан Таналыҡ йылғаһы беҙҙе һоҡландырҙы.

Хәйбулланың иң төпкөл, Ырымбур өлкәһе, Ейәнсура, Йылайыр райондары менән сиктәш ятҡан бик боронғо ауылдарының береһе − халыҡ телендә Сик тип йөрөтөлгән Арыҫланғол ауылында булды осрашыу.

Сибай мөслимәләре ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына асыҡ дәрес күрһәтте. Наилә Абжанова хижәп тураһында һөйләне, яулыҡты матур итеп ябыныуҙың төрлө ысулдарын өйрәтте. Зилида Шәрипова хижәптә булыуҙың төп асылын, әһәмиәтен аңлатып үтте. Гөлнәзирә Мәҫәлимова мәйетте дөрөҫ итеп тәрбиәләп йыуыу буйынса дәрес үткәрҙе, кәфенлекте нисек әҙерләргә, нисек төрөргә өйрәтте. Абыстайыбыҙ Венера Суфыева намаҙ уҡыу тәртибен анлатты.

Ауыл апайҙары ихлас тыңланы һәм, фәһемле дәрес-тәрҙән бик ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп ҡалдылар.

 

 

 

«Башҡорт әбейҙәре яулыҡты ошолай ябына торған инеләр!..»

 

 

 

 

Нисек кенә булмаһын, бындай осрашыуҙар эҙһеҙ үтмәйҙер, тип уйлайым, сөнки беҙ барып ҡайтҡандан һуң ауыл чатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәнле фекер алышыу барғанлығын хәбәр иттеләр:

***

«Беҙ башҡорт мосолмандары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары баштарына яулыҡ ябынырға тейештер, тип уйлайым, мин үҙем баштан яулыҡты төшөргән юҡ, яулыҡты ябынырға яратам, иптәшем − түбәтәйҙә, үҙем − яулыҡта. Элек өләсәйем менән ҡәрсәйем яулыҡтарын оҙонлайға төшөрөп ябынырҙар ине, үҙе бер йәм булған! Һағынып иҫләргә генә ҡала... Заманалар үҙгәрә шул, бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ, әлхәмдулилләһ! Кем нисек кейенә ала, шулай йөрөй, һәр кем үҙенсә. Хәҙер кешегә әйтеп тә, яҙып та аңлатып та булмай, һәр кемдең үҙ фекере. Ауылдаштар, һеҙҙең мәсетте буш итмәй йөрөүегеҙгә ҡыуанам, шатмын. Ауылға иман ҡайтһын, ҡот килһен, шул барыш менән таҙалыҡта-барлыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡта, берлектә йәшәргә насип ҡылһын Раббым!»

***

«Мин бер инәйгә бер ваҡыт: “Еңһеҙ күлдәк, ҡыҫҡа итәк менән нисек ҡарсәй, өләсәй булып йөрөргә оялмайһығыҙ?” – тип әйткәйнем, аҙаҡ ул инәйҙе алда һүрәтләгән сүрәттә күргәнем булманы».

***

«Беҙҙең өләсәйҙәр яулыҡтарын яҙып ябынып, елпелдәтеп баҫып йөрөй торғандар ине...»

***

«Өләсәйҙәрсә ябынырбыҙ, ябындырырбыҙ, ин шәә Аллаһ. Күңелгә ятып тора, матур ысынлап та яҙып яулыҡ ябыныу!»

Был хәйерле осрашыуҙар һәм дәрестәр ауылда иман нығыуға, халыҡтың дин юлына күпләп баҫыуына сәбәпсе булһын. Аллаһ ризалығы өсөн изге ғәмәлдәр ҡылып йөрөгән Сибай мөслимәләренә Аллаһу Тәғәлә сауаптарын насип итһен!

 

Гүзәл Мөхәмәтйәнова,

Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...