Ямғыр яуғанда әйтелә торған доғалар

Ямғыр яуғанда әйтелә торған доғалар

«Аллааһүммәс-ҡинәә ғайҫән мүғииҫән мәрииьән мәрииғән нәәфиғән ғайра дааррин ғәәжилән ғайра әәжил».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙҙе ҡотҡарыусы, яғымлы, уңдырышлы, файҙалы, зыянһыҙ, һуң түгел, хәҙер яуа торған ямғыр менән һуғара күр!» (Әбү Дауыт килтергән хәҙистән).

 

«Аллааһүммә әғиҫнәә, Аллаһүммә әғиҫнәә, Аллаһүммә әғиҫнәә».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙгә (ямғыр менән) ярҙам итә күр! Эй Аллаһ! Беҙгә (ямғыр менән) ярҙам итә күр! Эй Аллаһ! Беҙгә (ямғыр менән) ярҙам итә күр!» («Сәхих әл-Бохари» һәм Мөслим йыйынтығынан).

 

«Аллаһүммәс-ҡи ғибәәдәкә үә бәһәәьимәкә уән-шүр рахмәтәкә үә әхйи бәләдәкәл-мәййит».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Бәндәләреңде һәм йәнлектәреңде һуғара күр! Һәм Үҙ рәхимлегеңде йәйә күр һәм үлгән ереңде терелтә күр!» (Әбү Дауыт килтергән хәҙистән).

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...