ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Башҡа бер мосолманды маҡтағанда

Пәйғәмбәребеҙ саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм былай тигән: "Әгәр берәүегеҙгә юлдашын маҡтарға тура килһә, былай тиһен:

«Ә́хсибү (маҡталған әҙәмдең исеме) үәл-лааһү хәсиибүһүү үә ләә үзә́ккии ғәлә́л-лааһи ә́хәдән ә́хсибүһүү (маҡтау һүҙҙәре)»".

Мәғәнәһе:

«Мин фәлән кешене шундай-бындай тип уйлайым. Уны ысынлап Белеүсе ‒ Аллаһ, һәм мин Аллаһ алдында һис кемде маҡтамайым!»

 

Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан

Мосолман кеше үҙе маҡталһа

«Аллааһүммә ләә түьәәхиҙнии бимәә йәҡуулүүн, үә́ғфир лии мәә ләә йә́ғләмүүн, үәҗғә́лнии ха́йран ми́ммәә йәҙу́ннүүн».

Мәғәнәһе:

«Эй Аллаһ! Улар әйткән һүҙҙәр өсөн мине язалай күрмә. Минең улар белмәй торған гонаһтарымды кисер. Шулай уҡ мине улар уйлағандан да яҡшы ит!»

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...