Сәфәрҙән ҡайтҡанда

Сәфәрҙән ҡайтҡанда

Сәфәрҙән ҡайтҡанда, ҡалҡыулыҡтарға күтәрелгән һайын, өс ҡабат: «Аллаһу әкбәр», – тип әйткәндән һуң, артабанғы һүҙҙәрҙе әйтеү мөстәхәб һанала:

«Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һү үә ғәләә күлли шәйьин ҡадиир! Әәйибүүнә, тәәьибүүнә, ғәәбидүүнә, лираббинәә хәәмидүүн! Садаҡал-лааһү үәғдәһ, үә нәсара ғәбдәһү, үә һәзәмәл-әхзәәбә үәхдәһ».

 

Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Ул – Бер, һәм Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн хакимлыҡ – Уныҡы, һәм барлыҡ маҡтауға Ул ғына лайыҡ. Шулай уҡ Уның көс-ҡөҙрәте барлыҡ нәмәгә тулыһынса етә. Беҙ, Раббыбыҙға тәүбә итеп, ғибәҙәт ҡылып һәм Уға маҡтау әйтеп ҡайтып киләбеҙ! Аллаһ вәғәҙәһендә торҙо һәм, Үҙенең ҡолона ярҙам итеп, Ул Үҙе тайфтарҙы еңде (был ерҙә 627 йылда Хандак алышы ваҡытында Мәҙинәне ҡоршауға алған тайфтар күҙ уңында тотола)» (Әл-Бохари һәм Мөслим тарафынан килтерелгән хәҙис).

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...