Әҙәптәр

Әҙәптәр

Бала ата-әсәһе менән үҙен нисек тоторға тейеш?

 

  • Атай-әсәй һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлау
  • Атай-әсәй баҫҡанда, баҫырға
  • Үтенестәрен үтәргә кәрәк
  • Улар саҡырғас уҡ килергә
  • Улар менән яҡшы мөғәмәләлә булырға
  • Ата-әсәңде, теләктәреңде үтәүҙе талап итеп, мәжбүр итергә ярамай
  • Тыңлауың һәм үтенестәрен үтәүең менән уларҙы шелтәләргә ярамай
  • Үпкә һәм асыу менән атай-әсәйгә ҡарарға ярамай
  • Ата-әсәгә ҡаршы килергә, бойороҡтарын үтәүҙән баш тартырға ярамай

 

Ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата вазифалары

 

  • Балалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу
  • Балаларға көстәре етмәҫлек талаптар ҡуймау
  • Ауыр саҡтарҙа талаптар ҡуйып ныҡышмау
  • Аллаһтың бойороуҙарын үтәүгә ҡаршы килмәү
  • Үҫтереүең һәм тәрбиәләүең менән шелтәләмәҫкә

 

Дуҫтарыңа ҡарата вазифалар

 

  • Күрешкәндә, йылмайырға
  • Улар менән беренсе булып иҫәнләшергә
  • Уларға яҡшы мөнәсәбәтеңде күрһәтергә
  • Урын бирергә
  • Дуҫтар киткәндә, тороп оҙатып ҡалырға
  • Улар һөйләгәндә тыңларға
  • Ҡаршы килмәҫкә һәм бәхәсләшмәҫкә
  • Ҡыҙыҡ ваҡиғалар һөйләргә
  • Күркәм исемдәр менән өндәшергә

 

 

Күршеләр менән ниндәй мөғәмәләлә булырға кәрәк?

 

  • Күрешкәндә, беренсе иҫәнләшергә
  • Һөйләшеүҙе һуҙмаҫҡа
  • Артыҡ һорау бирмәҫкә
  • Ауырып китһәләр, хәлдәрен белергә
  • Берәй кем үлһә, ҡайғыһын уртаҡлашырға
  • Бәләкәй хаталарын ғәфү итергә
  • Әгәр улар хата ҡылғандар икән, йомшаҡ итеп аңлатырға
  • Күрше ҡатындарына ҡарамаҫҡа
  • Ярҙам кәрәк саҡтарҙа, булышырға

 

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...