Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

 

Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

 

Зәйнулла ишанға

 

КүгәрептәятҡанУралтауҙың

Даны таралғандыр бар илгә.

Шул тауҙарҙың төпкөл ауылында

Бер изге йән тыуған донъяға.

 

Хәбибулла һәм дә Мәлихәнең

Ҡотло нигеҙендә ул тыуған.

Тыуған саҡта "ябай бала түгел"

Тигән ишара-билге булған.

 

Шәрип ауылы – кендек ҡырҡҡан ере,

Ә волосы булған Туңғатар.

Тыуған ерен, ин шәә Аллаһ, шул бала

Данға күмер әле мең ҡатар.

 

Исемдәрең Зәйнулла булыр, тип

Аҙанлатып кескәй баланы,

Һаулыҡ, иман, бәрәкәттәр теләп,

Атҡарғандар изге йоланы.

Бишегендә малай тыңлап ятҡан

Атаһының аҙан моңдарын.

Ата-әсәһе доғаларын уҡып,

Ҡурсап торған ғәзиз улдарын.

 

Бишегенән төшкәс, тәпәй-тәпәй

Атлап киткән тәүге аҙымын.

Мөғжизәле тормош матурлығын

Күҙәткәндер Зәйнулла ҡыҙығып.

 

Үҫә төшкәс, уйҙарына батып,

Ултырған ул Уйҙың ярында.

Күҙ һалырға донъя киңлегенә

Үрмәләгән Уйташ тауына.

 

Бәлки, шул саҡтарҙа Хаҡ Тәғәлә

Ҡабыҙғандыр белем сатҡыһын –

Ун ике лә генә йәше тулғас,

 Эҙләп киткән ғилем асҡысын.

 

Өстамаҡҡа1 барып белем алған

Хәбибулла хәлфә балаһы.

Тырышлыҡтарына яуап итеп,

Өҫтәп ғилем биргән Аллаһым.

 

Остаздары Әхмәт бин Хәлит һәм

Мөхәммәт Шәрбән Мирас булған.

Шәкерт Зәйнулланың саф күңеле

Ислам дине нурына тулған.

 

Мәҙрәсәне бөткәс, Аҡҡужаның2

Булған ул абруйлы имамы.

Ғалим һәм дауалаусы суфыйҙың

Тирә-яҡҡа таралған даны.

 

Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ балалары –

Бик күп шәкерттәре имамдың.

Мөьминдәр хәҙрәттән үрнәк алып,

Йәшәгән Аллаһҡа инанып.

 

Билдәле бит: төрлө кеше була,

Була шәфҡәтлеһе, көнсөлө.

 

Йүнһеҙ генә, түбәнсел бәндәләр

Яратмай үҙенән көслөнө.

 

Зәйнулла ишанды, яла яғып,

Оҙатҡандар алыҫ һөргөнгә.

Шундағы мөғжизәләр хаҡында

Аптырап һөйләйбеҙ бөгөн дә.

 

Яҙмышына яҙылғанды күреп,

Иҫән ҡайтҡан тыуған яғына.

Бар ихласын, бөтә көсөн һалған

Дин таратыу өсөн халҡына.

 

 

Аллаһуның ихтыяры менән

Ике тапҡыр ишан хаж ҡылған.

Бер үә Барҙың ҡөҙрәт-көсө менән

Өстамаҡта мәҙрәсә һалған.

 

Тубыҡтарын терәп изге ергә,

Сәждә ҡылған бөйөк Аллаһҡа.

Саф күңелдән, ихласлығы менән

Зекер әйткән бөйөк Аллаһҡа.

 

Ауыр һынауҙарға түҙем булған,

Бер Аллаһтан һорап сабырлыҡ.

Шәйех Зәйнулла ишандың исеме

Тарихтарҙа мәңге ҡалырлыҡ.

 

Дин ҡәрҙәштәр, доға ебәрәйек

Рухына Зәйнулла ишандың.

Шөкөр итеп, тулы иман менән

Йәшәйек бер Аллаһҡа ышанып.

 

_____________________________________________________

1 Троицк ҡалаһы

2 Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл (Аҡҡужа)

 

 

Рәсимә Харисова, Учалы районы

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...