Миск еҫле кеше

Миск еҫле кеше

Басра ҡалаһында Миск ҡушаматлы ир йәшәгән. Уны шулай атауҙың сәбәбе – унан миск еҫе килгән. Бер мәл унан бының сәбәбен һорағандар. Ул ошо хәлде һөйләгән: «Мин бик матур һәм оялсан инем. Дуҫтарым атайыма: «Әгәр һин уны баҙарға ебәрһәң, яҡшы булыр ине. Кешеләр менән аралашып, ул асылып китер», − тип кәңәш бирәләр. Шунан һуң атайым мине туҡыма кибете мөдире итеп ҡуйҙы.

 

 

Бер мәл кибеткә оло йәштәге ҡатын инеп, туҡымалар һайлай башланы. Ул кәрәкле төҫтәге тауарҙы һайлағас: «Минең өйгә барайыҡ, шунда мин һиңә аҡсаны бирермен», – ти. Мин уға эйәреп барҙым.

Ҡатын мине ҙур йортҡа алып инде. Ҡунаҡ бүлмәһенең уртаһында алтын менән биҙәлгән карауат, ә унда бер ҡыҙ ята ине. Ул мине үҙенә тартты, мин уға: «Аллаһтан ҡурҡ!» − тинем. Ул: «Бер ни ҙә булмаҫ», − ти. «Миңә бәҙрәфкә барырға кәрәк, рөхсәт итегеҙ», − тип үтенесемде әйттем дә, артабан мин бәҙрәфкә инеп киттем. Унда үҙемдең тиҙәгемә буянып, ҡыҙ алдына барып баҫтым. Ҡыҙ мине был хәлдә күргәс: «Был тиле! Ҡыуығыҙ уны!» − тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шулай итеп, мин ҡотолдом.

Шул төндә мин төшөмдә бер кешене күрҙем. Ул миңә: «Һин Яҡуп улы Йософҡа оҡшағанһың. Һин мине таныйһыңмы?» − тине. Мин: «Юҡ», − тигәс, ул: «Мин – Ябраил», − тине. Шунан ул ҡулы менән минең йөҙөмдө һәм тәнемде һөрттө. Һәм шул мәлдән башлап минән Ябраил фәрештәнең миске еҫе сыға башланы.

 

Нәсихәт

«Кем, үҙ Раббыһы алдына баҫыуҙан ҡурҡып, үҙенең нәфсеһенең теләктәрен тыя, уның урыны Ожмахта булыр» («Ән-Нәзиғәт» сүрәһе, 40-41-се аяттар).

Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә: «Һис бер күләгә булмаған көндө Аллаһу Тәғәлә Ғәрештең күләгәһенә ете төр кешене һыйындырыр». Артабан шуларҙың араһында: «...гүзәл һәм затлы ҡатындың гонаһҡа саҡырыуына: «Мин Аллаһтан ҡурҡам», − тип яуап биргән кеше булыр».

Кем, Аллаһтан ҡурҡып, тыйылғандан тыйылмауҙы утҡа инеүгә оҡшаш, тип иҫәпләһә, Аллаһу Тәғәлә уға мотлаҡ ҡотолоу юлын күрһәтер һәм уны хәрәмдән һаҡлар.

Рухуль-Баян 2/160

 

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...