Ҡыҙыл ойоҡ

Ҡыҙыл ойоҡ

Бер заман бер урманда арыҫлан ауырыған. Был хәбәрҙе ишеткәс, барса януарҙар арыҫландың хәлен белергә ашыҡҡан.

 

«Бөтәһе лә миңә тоғро!» – тип уйлаған ғорур арыҫлан. Тик төлкө генә бер ҡайҙа ла күренмәгәс, бер аҙ кәйефе төшкән.

«Төлкө ҡайҙа?» – тип һарыҡтарға ыжғырған арыҫлан. Һарыҡтар ҡурҡышып: «Ғәли йәнәптәре! Төлкөнөң һеҙҙә эше юҡ. Ул һеҙҙең турала уйламай ҙа, шуға ла бында юҡ!» – тигәндәр.

«Күренеү менән минең эргәгә килеп етһен!» – тип фарман биргән арыҫлан.

Ғәйбәтселәр был фарманды тиҙ арала төлкөгә еткергәндәр.

Төлкө арыҫлан янына ашыҡҡан. Ул күренеү менән һарыҡтарҙың береһе:

«Бына, ғәли йәнәптәре! Оҙаҡ ел ҡыуып йөрөгәндән һуң, ниһайәт, килеп етте ҡупшыҡай!» – тигән.

Бик ҡаты асыуланып, арыҫлан төлкөнән ни сәбәптән тотҡарланыуын һораған. «Ғәли йәнәптәре! Һеҙҙең хәлегеҙҙе ишеткәс тә, мин иң яҡшы дарыу эҙләп йүгерҙем!» – тигән хәйләкәр төлкө. «Таптыңмы һуң?» – тигән арыҫлан һағайып. «Эйе, таптым! Һеҙҙең сирегеҙҙән дауа һарыҡтың аяғында икәнен белдем. Тик уны һеҙ үҙегеҙ табып алырға тейеш!» – тигән төлкө мут йылмайып.

Быны ишетеү менән арыҫлан үҙенең осло тырнаҡтары менән һарыҡтың аяғындағы тиреһен һыҙырған. Ә был ваҡытта төлкө һиҙҙермәй генә ваҡиға урынан ҡасҡан, шым ғына юл ситендә һарыҡты көткән.

Ҡанға батҡан аяғын көскә һөйрәп, сатанлап килгән һарыҡ күренеү менән төлкө көлөп: «Эй, һин, ҡыҙыл ойоҡ! Батша эргәһендә ултырғанда, тәүҙә нимә әйтереңде уйла!» – тигән.

Бер ҡасан да башҡа кеше тураһында насар фекер йөрөтмә. Бер көн һинең дә уның хәлендә ҡалыуың мөмкин. Әйтер һүҙеңде уйлап һөйлә. Үҙеңде хаҡ тип уйлаһаң да, һүҙең үҙеңә лә, башҡаға ла зыян килтерерлек булмаһын. Һәр кем Аллаһ бәндәһе. Бәндәгә ҡарата ҡылған яҡшы ғәмәлеңдең сауабы ла, насарының язаһы да үлсәүҙә булыр.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...