Хәрәм малдың афәте

Хәрәм малдың афәте

Бәндә тормошо үҙгәреп тора, ғүмер үтеү менән уның тирә-йүнде танып белеү даирәһе киңәйә, зиһене камиллаша, йәшәү шарттары еңеләйә бара. Әммә күңеле генә үҙгәрергә ашыҡмай. Тыумыштан килгән кәмселекле сифаттары әжәлгә тиклем дауам итеүсән булып ҡала. Нәфсе ҡолона әйләнгән саҡтары күп.

 

Сүл буйлап сәфәр йөрөгән сағында Ғайса ғәләйһиссәләм ҡом араһында бер киҫәк алтын ятҡанын күреп ҡала. Ҡулына ала: “Иманы зәғиф кешеләр ҡулына эләгеп, бының бит бәндәләргә зыян килтереүе бар”, – тип пәйғәмбәр уны ҡом эсенә тәрәнгәрәк күмеп китә.

Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң елдәр иҫеп, ҡомдар күсеп, алтынды тағы ла өҫкәрәк сығарып китә.

Уны шул тарафтарҙа йөрөгән өс мосафир таба. Шатлыҡтарының сиге булмай уларҙың: ғәҙеллек менән өс өлөшкә бүлһәң дә бит, үҙҙәренә лә етерлек, балаларына ла ҡалдырып китерлек була был байлыҡ!

Бүлешеү алдынан береһен ҡалаға аҙыҡ-түлек алырға ебәрәләр, икеһе алтынды һаҡлап ҡала.

Шайтан тик ятмай, араларҙа ҡотҡо таратыу өсөн ул һәр ваҡыт бәндәләрҙең эҙенә баҫып, уларҙы һәләкәткә алып барыу юлын эҙләп кенә йөрөй. Алтынды һаҡлап ҡалған ирҙәр эргәһенә килә:

– Был алтынды өскә бүлһәгеҙ, һеҙгә өстән бер өлөшө генә эләгә, ә бит уны икегә генә бүлеп тә була, – ти.

 – Нисек итеп?

– Бына ҡалаға киткән иптә-шегеҙҙе тотоп үлтерәһегеҙ ҙә, икәү генә тороп ҡалаһығыҙ.

Шайтан ҡотҡоһо быларға бик тә оҡшап ҡала, ҡотҡоға бирелеп, үҙҙәре шайтанға әйләнә.

Бында үҙ эшен бөтөрөп, шайтан ҡалаға – ризыҡ алып килергә тип йүнәлгән кеше артынан китә. Уны таба.

– Бына һиңә алтындың өстән бер өлөшө генә эләгә, был да – яҡшы, ләкин уны бит бөтөнләй үҙеңә генә алырға ла мөмкин, – тип быға ла ҡотҡо һала башлай.

– Нисек итеп?

– Алған ризығыңа ағыу һалаһың да, тегеләр уны ашай ҙа үлә, ә алтын һинең үҙеңә генә ҡала.

Шайтан ҡотҡоһона был да ҡаршы тора алмай, ашына ағыу һалып килтерә.

Күпмелер ваҡыттан һуң Ғайса ғәләйһиссәләм тағы ла ошо төбәктәрҙән үтә. Күрә: алтын тағы ла ҡом өҫтөндә ята, алтын эргәһендә өс мәйет – береһе үлтерелгән, икеһе ағыуланып үлгән...

 

Башҡортса дини календарҙан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...