Бағаналағы тишектәр

Бағаналағы тишектәр

Бер бик ҡыҙыу, сабырһыҙ үҫмер малай була. Бер ваҡыт атаһы уға бер тоҡ ҡаҙаҡ бирә һәм, асыуың килеп, ҡыҙа башлау менән, ошонан бер ҡаҙаҡ ал да ҡойма бағанаһына ҡағып ҡуй, тип әйтә.

 

Беренсе көндө бағанала тиҫтәнән ашыу ҡаҙаҡ ҡағыла. Икенсе аҙнала малай үҙенең асыуын тыя белергә өйрәнә башлай, һәм көндән-көн бағанаға ҡағылған ҡаҙаҡтарҙың һаны кәмей бара. Үҫмер егет үҙ-үҙеңде контролдә тотоу ҡаҙаҡ ҡағыуға ҡарағанда еңелерәк булыуын һиҙә.

Ниһайәт, берҙән-бер көн ул иртәнән кискә тиклем үҙен ҡулда тота һәм бер тапҡыр ҙа сиктән сыҡмай. Был турала ул атаһына әйтә. Хәҙер атаһы уға, асыуы килгәндә, тыйылып ҡалған һайын, теге ҡаҙаҡтарҙы берәмләп һурып алырға ҡуша.

Шулай көн артынан көн үтә, һәм берҙән-бер көн егет атаһына ҡойма бағанаһында бер ҡаҙаҡ та ҡалмауын әйтә. Шунда атаһы улының ҡулынан тотоп, бағана янына алып килә:

− Афарин улым, һин үҙ-үҙеңде еңә алдың, ләкин, күрәһеңме, бағанала күпме тишек ҡалды? Ул хәҙер бер ҡасан да элекке хәленә ҡайтмаясаҡ. Шуның кеүек, әгәр һин дә, асыулы килеш, кешегә насар һүҙ әйтәһең икән, уның күңелендә лә ошо бағаналағы тишек кеүек эҙ, йөй тороп ҡала. Һин унан күпме генә ғәфү үтенһәң дә, ул йөй барыбер ҡаласаҡ.

 

(Интернет селтәренән)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...