Ике дуҫ

Ике дуҫ

Бер ваҡыт улар бәхәсләшеп китә һәм... береһе икенсеһенең яңағына саба. Һуңғыһы, ауыртынһа ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡомға яҙып ҡуя:

«Бөгөн минең иң яҡын дуҫым битемә сапты».

Улар артабан юлдарын дауам итә. Күпмелер барғас, йылғала һыу инеп алырға булалар. Шул саҡта, көслө ағымға эләгеп, әлеге рәнйетелгән егет бата башлай. Иптәше уны, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өйөрмәгә эләккән еренән алып сыға. Иҫенә килгәс, бата яҙған егет бер ташҡа соҡоп:

«Бөгөн мине иң яҡын дуҫым үлемдән ҡотҡарҙы», − тип яҙып ҡуя.

Уның битенә сапҡан һәм уны үлемдән ҡотҡарған дуҫы:

− Мин һине рәнйеткәс, һин быны ҡомға яҙып ҡуйғайның, ә ни өсөн хәҙер ташҡа яҙаһың? − тип һораған.

Дуҫы уға:

− Әгәр беҙҙе кемдер рәнйетә икән, беҙ уны ҡомға яҙырға тейешбеҙ − ел һәм ямғыр уларҙы юйһын өсөн. Ә кемдер һиңә яҡшылыҡ эшләй икән, уны беҙ ташҡа соҡоп яҙырға тейешбеҙ, яҡшылыҡты бер ниндәй ел дә, ямғыр ҙа юймаһын өсөн, − тигән.

 

(Интернет селтәренән)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...