Харамдан һаҡ булығыҙ!

Харамдан һаҡ булығыҙ!

Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылған ваҡытта бер кеше һәр ваҡыт тик бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай икән: «Йә, Аллаһ, хаҡ мосолмандарға ярҙамсы, харамдан һаҡланыусыларҙы яҡлаусы!» Эргәһендәге кеше: «Һин әллә башҡа доға белмәйһеңме, ниңә гел бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлайһың?» – тип һораған. Яуап итеп, ул үҙе менән булған хәлде һөйләп биргән.

 

«Бер нисә йыл элек, матди яҡтан бик үк еңел хәлдә булмаһам да, һуңғы аҡсаларымды йыйып, хажға барҙым. Тауаф ҡылған саҡта, аяғым нимәгәлер эләкте, эйелеп ҡараһам, алдымда бер төргәкте күрҙем. Бер мең динар аҡса менән тулған ҡапсыҡты күргәс тә, ҡәлебемдә шайтан менән көрәш башланды. Аҡсаны үҙемә алырғамы, әллә хужаһын эҙләргәме? Шул ваҡыт кемдеңдер: «Эй, кешеләр! Минең бер мең динар аҡсам юғалды. Табып биреүсегә бүләккә утыҙ динар вәғәҙә итәм!» – тигәнен ишеттем. «Хәләл утыҙ динар мең динар харамдан яҡшыраҡ», – тип аҡсаларҙы хужаһына тапшырҙым.

Хаждан ҡайтышлай ҡолдар баҙарынан шул утыҙ динарға бер йәш ҡол һатып алдым.

Бер ваҡыт ҡалабыҙға бик бай бер төркөм кешеләр килде. Уларҙың минең ҡолом менән һөйләшеп торғандарын күрҙем. Эштең нимәлә икәнен һорашҡас, ҡолом һөйләп бирҙе. «Мин Эфиопия батшаһының улымын, һуғыш ваҡытында тотҡонға эләктем. Һин һатып алғансы, мине тотҡондар баҙарҙарында күп йөрөттөләр. Минең менән һөйләшкән кешеләрҙе атайым ебәргән һәм ул илле мең динарға мине һатып алып ҡайтырға ҡушҡан. Һин минең менән бик яҡшы мөғәмәләлә булдың, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап биргем килә. Һин мине уларға һат һәм хаҡты илле меңдән төшөрмә», – тине.

Шул илле мең динарға мин Бағдадта ҙур магазин астым, һатыу итә башланым.

Бер көндө дуҫым бик бай бер сауҙагәрҙең вафат булыуын, уның ҡыҙының яңғыҙ ҡалыуын әйтте һәм миңә шул ҡыҙға өйләнергә тәҡдим итте.

Һәм мин шулай эшләнем дә. Сауҙагәр ҡыҙына бик бай мираҫ ҡалдырған. Меңәр динар тултырылған бер нисә ҡапсыҡ та бар ине. Тик бер ҡапсыҡта 970 динар. Хәлдең асылын һорағас, хәләлем: «Был ҡапсыҡты атайым хаж ваҡытында юғалтҡан. Аҡсаны табып биргән, харамдан һаҡланған хаҡ мосолман иҫтәлеге итеп шул көйө һаҡланы», – тине. Мин дә хәлдең нисек булғанын һөйләнем.

Аллаһу Тәғәлә ҡөҙрәтенең киңлегенә, хәләлдең, һәр ваҡытта ла ғәҙел булып ҡалыуҙың ни тик-лем мөһим икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Шул ваҡыттан алып мин әлеге доғамды телемдән төшөрмәйем».

 

(Ислам календаренан)

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...