Иң аҡыллы фекер

Иң аҡыллы фекер

Иң аҡыллы фекерИң аҡыллы фекер

Бер ваҡыт мәҙрәсәһе булған бер ҡасабала төнөн бик ныҡ итеп ҡар яуып үтә. Иртәнсәк шәкерттәр, билдән ҡар йырып, көс-хәл менән мәҙрәсәгә килеп, шәйех янына дәрескә йыйыла. Шәйех, уларға ҡарап: “Хәҙер беҙгә нимә эшләргә кәрәк, нисек уйлайһығыҙ? − тип һорай.

Беренсе уҡыусы: “Беҙгә тәүхидте (Аллаһтың берлеге) нығыраҡ өйрәнергә кәрәк. Сөнки һәр кәмһетелеү тәүхид етмәүҙән, ә һәр уңыш − тәүхидкә саҡырыуҙан”, − ти.

Икенсеһе әйтә: “Һәр беребеҙгә айырым бүлмәгә инеп, истиғфар (Аллаһтан ғәфү үтенеү, тәүбә итеү) ҡылырға кәрәк. Сөнки бәлә гонаһтарыбыҙ арҡаһында. Гонаһтарҙан таҙарынһаҡ, беҙгә ҡамасаулаусы ҡар ҙа юҡҡа сығыр”.

Өсөнсөһө: “Был ҡарҙы, беҙгә хаҡ динде таратырға ҡамасаулар өсөн, иманһыҙ ендәр килтергән. Беҙгә кисекмәҫтән ендәрҙе ҡыуырға кәрәк”, − тигән.

Дүртенсеһе: “Беҙгә тиҙерәк өйләнеп, мөмкин тиклем күберәк ҡатын алырға, күп итеп балалар аҫырарға кәрәк. Бала күп булған һайын, күктән өлөш тә күберәк, йәғни ҡар ҙа мулыраҡ яуасаҡ. Ул сағында үҙенән-үҙе ҡар йыйыусы техника барлыҡҡа килер”, − тип фаразлаған.

Бишенсеһе: “Кем был фани донъяның асылын аңлаған, уға, ҡар бармы, юҡмы, барыбер булырға тейеш”, − тигән.

“Ә хәҙер мине тыңлағыҙ”, − тигән шәйех. Шәкерттәр, остаздарының ауыҙынан сығасаҡ иң аҡыллы фекер, хикмәтле һүҙ көтөп, тын ҡала.

Шәйех, бөтәһенә лә ҡарап, баш һелкә һәм: “Һәр берегеҙ көрәк ала ла, марш − ҡар көрәргә!” − ти.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...