Таш ҡабаҡтан пицца

Таш ҡабаҡтан пицца

 

 

Ҡамыр өсөн:

1 уртаса таш ҡабаҡ – 300 г

2 йомортҡа

1 балғалаҡ тоҙ, теләк буйынса тәмләткестәр

3 аш ҡалағы он

 

Эслек өсөн:

1-2 аш ҡалағы томат пастаһы (йәки кетчуп)

ит, бәшмәк, колбаса (теләк буйынса)

помидор

сыр

петрушка (теләк буйынса)

 

Әҙерләү:

Таш ҡабаҡты (ҡабыҡһыҙ) эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. 1 балғалаҡ тоҙ өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. 5 минуттан таш ҡабаҡты һутынан һығып алабыҙ. 2 йомортҡа һытып, тәм буйынса тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Он да ҡушып болғатҡас, ҡуйы ғына ҡамыр сығасаҡ.

Табаны ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ, майлайбыҙ. Ҡамырҙы ҡойоп, ҡапҡасын ябабыҙ һәм талғын утта бешерерәбеҙ. Бер яғы ҡыҙарып бешеп сыҡҡас, әйләндерәбеҙ. Ҡамыр өҫтөнә томат пастаһы һылап, теләгәнсә эслеген теҙәбеҙ (помидор, ит, сыр, мәҫәлән). Тағы ҡапҡасты ябып, бешеп сыҡҡансы көтәбеҙ.

Бик тәмле пицца килеп сыға. Башҡалар уның таш ҡабаҡтан икәнен аңламаҫтар ҙа әле, бигерәк тә балалар! Аштарығыҙ тәмле булһын.

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...