Таш ҡабаҡтан икра

Таш ҡабаҡтан икра

Таш ҡабаҡтан икра

• таш ҡабаҡ - 3 кг

• һуған -800 гр

• кишер - 800 гр

• томат соусы - 270 гр (3,5 аш ҡалағы)

• тоҙ - 1 аш ҡалағы

• шәкәр - 2 аш ҡалағы

• борос - 1 балғалаҡ

• тәмләткестәр теләк буйынса (паприка, карри - 1 аш ҡалағы)

• көнбағыш майы - 250 гр

• аш һеркәһе 9% - 2 аш ҡалағы

Таш ҡабаҡты, һуғанды, кишерҙе турайбыҙ. Айырым һауытҡа көнбағыш майы ҡойоп, башта һуғанды, аҙаҡ кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ. Таш ҡабаҡты ҙурыраҡ һауытҡа һалып, кишер менән һуғанды өҫтәйбеҙ. Көнбағыш майы ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡансы уртаса, аҙаҡ талғын утта яҡынса 1 сәғәт быҡтырабыҙ (бөтә йәшелсәләр ҙә иҙелеп бешергә тейеш). Ваҡыт-ваҡыты менән яҡшылап болғатып торабыҙ.

Томат пастаһы һалып, тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Лайфхак: томат пастаһы һалғас, төбөнә тиклем болғатмаҫҡа, юғиһә паста йәбешеп көйә. 10 минут үткәс кенә яҡшылап болғатабыҙ.

Специялар өҫтәйбеҙ (тоҙ, борос, шәкәр, паприка). Бер нисә минут ҡайнағас, утты һүндерәбеҙ.

Артабан блендер менән пюре булғансы туғыйбыҙ (4-5 минут). Блендерға бер аҙ ял биреп торорға ла онотмағыҙ.

Икраны йәнә утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе һалып, талғын утта 5-7 минут ҡайнатабыҙ.

Иҫкәрмә: ҡапҡасын ябыҡ тоторға! Икра сәсрәп ҡайнай торған.

Ул арала банкаларҙы стерилләштереп, икра эҫе килеш ҡойоп сығабыҙ. Баштүбән ҡуйып һыуытабыҙ, һуңынан баҙға йә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...