Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекер хаҡында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәре

 

Әхмәттән риүәйәт ҡылынған: Бер ваҡыт бер сәхәбә, Аллаһу Тәғәлә унан разый булһын, пәйғәмбәребеҙгә әйткән: "Йә, Рәсүлуллаһ, һис шикһеҙ, шәриғәттә бик күп әмерҙәр бар. Миңә даими, көн дә ҡыла алырлыҡ ғәмәлде өйрәт әле". Рәсүлуллаһ ﷺ яуап бирҙе: "Телеңде һәр ваҡытта ла Аллаһты зекер итеүең менән еүешләтеп тот". (Йәғни, Аллаһты иҫкә алыу менән, маҡтау менән мәшғүл бул). (Әхмәд,Тирмиҙи риүәйәте)

 

***

Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ ﷺ сәхәбәләренә әйтте: "Бөтә изге ғәмәлдәрҙән дә иң яҡшыһына, Раббығыҙ өсөн иң саф булған, һеҙҙең дәрәжәгеҙҙе күтәргән һәм Аллаһ юлына алтын һәм көмөштө сарыф итеүҙән дә ҡиммәтерәк булған үә йыһатта ҡатнашыуҙан да, йәки Аллаһ юлында шәһит булыуҙан да хәйерлерәк булған ғәмәлде өйрәтәйемме?". Сәхәбәләр шундай ғәмәлде өйрәтеүҙе һоранылар. Рәсүлуллаһ ﷺ: "Был ғәмәл Аллаһты зекер итеү", – тип яуап бирҙе. (Әхмәд, Тирмиҙи риүәйәте)

 

***

Әбү Муса, Аллаһу Тәғәлә унан разый булһын, риүәйәт итте, Рәсүлуллаһ ﷺ әйтте: "Аллаһу Тәғәләне зекер ҡылыусы һәм Аллаһу Тәғәләне зекер ҡылмаусы тере һәм үлгән кеше миҫалында булырҙар». (Бохари риүәйәте)

 

***

Рәсүлуллаһ ﷺ әйтте: "Әгәр ҙә бер кешенең аҡсаһы күп булһа һәм ул кеше аҡсаһын саҙаҡаға бирһә, үә икенсе кеше Аллаһу Тәғәләне зекер ҡылыу менән мәшғүл булһа, был ике кешенән зекер ҡылыусыһы яҡшыраҡтыр, хәйерлерәктер". (Табәрани риүәйәте)

 

***

Рәсүлуллаһ ﷺ әйтте: "Йәннәт-кә кереүселәр бер нәмә ха-ҡында ла үкенмәҫтәр, тик, Аллаһты зекер итмәйенсә, буш үткәрелгән ваҡыт хаҡында ғына ҡайғырырҙар". (Мүғәҙ ибне Жәбәл риүәйәте)

 

***

Әнәстән, Аллаһу Тәғәлә унан разый булһын, риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Әгәр ҙә әҙәм балалары зекер ҡылыр өсөн йыйылһалар, һәм уларҙың был изге ғәмәл ҡылыуҙарының маҡсаты бары тик Аллаһ ризалығы өсөн генә булһа, шул ваҡытта күктән фәрештә иғлан итер: "Эй, әҙәм балалары! Һеҙ ғәфү ителдегеҙ үә һеҙҙең гонаһтарығыҙ изге ғәмәлдәр менән ҡапланды". (Әхмәд, Табәрани риүәйәте)

 

***

Мүғәҙ ибне Жәбәлдән риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Ҡәбер ғазабынан ҡотолоуҙа Аллаһты зекер итеүҙән башҡа әҙәм балаһының бер ғәмәле лә өҫтөн булмаҫ". (Әхмәд риүәйәте)

 

***

Әбүд-Дәрдәнән риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: "Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәбәракә үә Тәғәлә бер төркөм әҙәм балаларын үлгәндән һуң терелтер, ул әҙәм балаларының йөҙҙәре нур сәсеп торор, улар ынйы менән зиннәтләнгән минбәрҙәрҙә ултырыр, бөтә халыҡ уларға көнләшеп ҡарар. Ул бәндәләр пәйғәмбәрҙәр ҙә, шәһиттәр ҙа түгел". Сәхәбәләрҙең береһе Рәсүлуллаһтан ﷺ был күмәк халыҡ хаҡында тулыраҡ һөйләүен һораны. Рәсүлуллаһ ﷺ: "Был әҙәмдәр төрлө ҡәүемдәрҙән һәм һәр төрлө тарафтарҙан булырҙар, әммә йәннәттә улар бер урында йыйылырҙар, Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәләгә булған мөхәббәттәре өсөн, был доньяла булған саҡта ваҡыттарын Аллаһ зекере менән үткәргән өсөн", – тип яуап бирҙе. (Табәрани риүәйәте)

***

Әнәстән риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Һеҙ йәннәт баҡсаларынан үткәндә, унда туйғансы туҡланығыҙ". Береһе һораны: "Йә, Рәсүлуллаһ, йәннәт баҡсалары нәмәне аңлата? " Пәйғәмбәребеҙ ﷺ яуап бирҙе: "Йәннәт баҡсалары ул − доньялағы зекер мәжлестәрелер”. (Әхмәд, Тирмиҙи риүәйәте)

 

***

Әбү Һүрайранан риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Ҡиәмәт көнөндә саҡырыусы фәрештә иғлан итер: "Ҡайҙа һеҙ, аҡыллылар?". Әҙәм балалары һорарҙар: “Кемдәр улар аҡыллылар?". Уларға яуап булыр: "Улар Аллаһу Тәғәләне доньяла булған ваҡытта баҫҡан хәлдә лә, ултырып та һәм ятҡан хәлдә лә зекер ҡылдылар (йәғни һәр ваҡытта зекер иттеләр), һәм улар ер һәм күктәрҙең яратылыуы тураһында фекерләп йәшәнеләр, һәм әйтә инеләр: "Йә, Раббыбыҙ! Һин быларҙы юҡҡа ғына яралтманың. Маҡтау Һиңә! Беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!" – тип. Шунан һуң улар өсөн байраҡ яһарҙар, ул бәндәләр шул байраҡ артынан барырҙар, һәм уларға әйтелер: "Йәннәткә мәңгелеккә керегеҙ!" – тип".

 

***

Әбү Һүрайранан риүәйәт ҡылынды, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Аллаһу Тәғәлә әйтте: "Мине иртәнге намаҙҙан һуң һәм икенде намаҙынан һуң зекер ҡыл, был намаҙҙар араһында Мин һиңә етермен". (Әхмәд риүәйәте)

 

Илдар Зиннәтулла, Октябрьский ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...