Һуңғы юлға оҙатыу

Һуңғы юлға оҙатыу

Һуңғы юлға оҙатыу

Кемдең ҡулынан һәм теленән мосолмандар именлек таба, кем Аллаһу Тәғәлә өсөн бөтөн көсөн бирә, кем мөьминдәр араһында күркәмерәк холоҡло һәм иманлы – шул исламиәттә мөьминдәрҙең иң һәйбәте була.

Аллаһтың ﷻ бар иткәндәре араһында иң өҫтөнө, иң шәрәфлеһе – кешелер. Аллаһﷻ әйтә: “Хәҡиҡәттә, беҙ кешене иң гүзәл рәүештә бар иттек” (“Тин” сүрәһе, 4-се аят). Аллаһ ﷻ кешегә айырым әһәмиәт биргән. “Бәҡара” сүрәһенең 30-сы һәм 34-се аяттарынан аңлашылғанса, Аллаһ ﷻ ер йөҙөндә кешене бар итмәҫтән әүәл фәрештәләргә: “Мин ер йөҙөндә бер хәлифә (бер кеше) яратмаҡсы булам”, – тигән. Кешене (хәҙрәти Әҙәмде) бар иткәндән һуң: “Әҙәмгә хөрмәтләп сәждә ҡылығыҙ”, – тигән, һәм фәрештәләрҙең барыһы ла Әҙәм пәйғәмбәргә сәждә ҡылған.

Кеше – хөрмәтле бер мәхлүктер. Шуның өсөн тыуғанда уға аҙан һәм доға менән исем ҡушыла. Вафат булғанда ла дини мәрәсем менән күмелә. Был кешегә хөрмәт һәм ихтирамдың бер билгеһе булараҡ ҡабул ителә. Мәйеттәренә әһәмиәт бирмәгән милләттәр мәҙәни милләт булып һанала алмай.

Донъя тормошо фаниҙыр (ваҡытлы). Әхирәт тормошо мәңгелер. Һәр йәшәгән үлер. Үлем хаҡтыр. Ул бер көн беҙгә лә киләсәк. Ҡөрьәндә Аллаһ ﷻ әйтә: “Һәр бер йән эйәһе үлемде татыясаҡтыр” (“Әнбиә” сүрәһе, 35-се аят). Донъя тормошо бөткән кешегә “мәйет” тибеҙ. Вафат булыуҙан алып, күмелеүгә ҡәҙәр яһалған эштәргә “дини мәрәсем” тиелә. Аллаһу Тәғәлә ﷻ мәрхүмдәребеҙгә рәхмәт һәм мәғрифәт итһен. Барыһы ла Аллаһтың ﷻ рәхмәтендә һәм йәннәтендә булһын. Әжәлебеҙ етеп, мәңгелек йортобоҙға сәфәр ҡылһаҡ, иманыбыҙҙы беҙгә юлдаш итһен.

Донъяла мәңге йәшәгән бер йән эйәһе лә юҡтыр, һәр йәнле вафат була. Үлем менән арабыҙҙан айырылғандар мәңгегә юғалып китмәйҙәр. Улар беҙҙән әүәл юлға сыға һәм билдәле бер урында көтөп тора. Үлем менән әхирәт тормошоноң ишеге асыла. Был ишектән мәңгелек йортҡа инелә. Был йорттоң ишеге – ҡәберҙер.

Шулай булғас, мәңгелек тормошобоҙ өсөн был донъяла әҙерлек яһарға кәрәк. Ят бер мәмләкәткә сәфәр ҡылғанда, кеҫәбеҙҙә аҡса, яныбыҙҙа кәрәкле әйберҙәр булмаһа, бик ауыр хәлдә ҡалабыҙ. Аллаһﷻ һаҡлаһын, әхирәт тормошо өсөн донъяла йәшәгәндә кәрәкле әҙерлекте яһамаһаҡ, бынан да ауырыраҡ хәлдәргә төшөрбөҙ. Беҙ донъянан өҫтөн һәм мөһим бер тормоштоң барлығына ышанабыҙ. Донъя тормошоноң бар маҡсаты ла әхирәт тормошон ҡаҙаныуҙыр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Донъя – әхирәттең баҫыуылыр. Унда ни сәсһәң, шуны урырһың”, – тигән. Донъяла саҡта Аллаһтың ризалығына килешкән ғибәҙәттәр һәм изгелектәр эшләп, Аллаһтыңﷻ хозурына барырға кәрәк. Аллаһу Тәғәлә ﷻ күңелдәребеҙҙе – пак, имандарыбыҙҙы сәләмәт ҡылһын.

Әҙәм балаһы нисек кенә бәхетле, һау-сәләмәт, матур ғүмер итмәһен, Был йәшәүҙең аҙағы бар. Аллаһу Тәғәләﷻ донъяларҙы төҙөгәндә уның ахырын да булдырҙы. Һәр эштең, һәр ғәмәлдең аҙағы булған һымаҡ, Әҙәм балаларының да ғүмеренең ахыры бар, ул – үлем тип атала. Фәҡәт Аллаһﷻ ҡына – мәңгелек. Шуға күрә был донъяла уның ҡануны менән йәшәйбеҙ. Аллаһﷻ әмере килһә, әхирәт донъяһына күсәбеҙ. Ҡайҙа, ҡасан үләсәгебеҙ тураһында беҙгә бер ниндәй мәғлүмәт юҡ, барыһы ла Аллаһﷻ әмере һәм теләге менән башҡарыла. Торомошобоҙ бигерәк тә бай, етеш булғанда беребеҙҙең дә үлем тураһында иҫкә төшөргөһө килмәй, донъя ләззәтенән айырылырға теләмәйбеҙ. Әммә һәр беребеҙгә ҡасан да булһа был донъянан китәсәгебеҙ мәғлүм. Үлгәндән һуң беҙҙе ни көтә? Үлдек тә бөттө, Аллаһ ﷻ алдында бер нисек тә яуап бирмәйбеҙ, тип уйлаусылар яңылыша.

Нимә ул үлем? Әҙәм балаһы ғүмеренең ҡайһы ла булһа бер миҙгелендә мәйетте һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәтендә ҡатнаша алмай. Кемдер ҡәҙерле ата-әсәһен юғалта, ғәзиз балаһын ерләй, яҡын туғандары, дуҫтары менән мәңгегә хушлаша. Мәрхүмде һалҡын ләхеткә ҡуйып, өҫтөнә тупраҡ һибеп, ҡараңғы ҡәбергә индереү ҡурҡыныс һымаҡ күренә. Үлемде ниндәйҙер бер юғалтыу, бөтөү тип ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә һәр заманда үлемдән һуң булған тормош хаҡында ҙур-ҙур ғалимдар гел уйлана килде.

Ҡәберҙә, әхирәттә ни көтә әҙәм балаһын? Динебеҙгә күрә, вафат булыу – юҡ булыу түгел. Киреһенсә, яңы тормош башлау. Аллаһтан килгән изге китаптарҙа (Тәүрат, Зәбур, Инжил, Ҡөрьән) был турала мәғлүмәт бар. Ошо китаптарға таянып, Әҙәм балаһы, Аллаһтыңﷻ барлығын һәм берлеген танып, Пәйғәмбәребеҙﷺ хәҙистәрен үтәп, иманлы тормош менән йәшәһә, үлемдән ҡурҡыу кәмер, үлемдең тән өсөн булыуын, ә йәнебеҙҙең мәңгелек икәнен аңлар.

Бер мәртәбә Аллаһтың сикһеҙ рәхмәттәре аша йәнебеҙ әсә ҡарынына индерелә, йән кергәнсе беҙ – мәйет. Унан һуң яҡты донъяға сығабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, башта мәйет булабыҙ, унан һуң тереләбеҙ. Был донъянан әхирәт донъяһына күскәндә, тағы мәйет буласаҡбыҙ. Беҙҙең был донъялағы үлемебеҙ – әхирәт өсөн тыуыу ул. Ысынлап та, Ҡиәмәт көнөндә барыбыҙ ҙа терелеп, йыйылып, Аллаһ ﷻ янына ҡайтасаҡбыҙ. Тереклек – йән һәм тәндең берләшеүе, үлем – йән һәм тәндең айырылышыуы. Шуға күрә ғалимдар, Әҙәм балаһы ике үлем, ике тереклек кисерә, тип әйтә. Һуңғы терелеүебеҙ − мәңгелек. Раббыһы янында кеше мәңгегә ҡаласаҡ.

Беҙҙе бар иткән – Аллаһтыр ﷻ. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған – Аллаһтыр ﷻ. Ваҡыты еткәс, йәнде алыу ҙа – Аллаһтың бойороғо менән. Аллаһтанﷻ килдек, тағы Аллаһҡа ﷻ ҡайтасаҡбыҙ.

(Дауамы бар)

Дилә Буранғолова, Ырымбур өлкәһе.

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...