Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йомартлығы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йомартлығы тураһында

Бөтә кешелек донъяһында Рәсүлебеҙ ﷺ иң матур холоҡлоһо һәм иң йомарты булған. Рамаҙан айында ул, иҫкән ел һымаҡ, үҙендә бер нәмә лә ҡалдырмаған. Ул һораған һәр кешегә, бигерәк тә мосолмандарға, бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмаған.

Бер көндө уға 90 мең дирһәм аҡса бирәләр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тәңкәләрҙе септәгә һалып, кешеләргә бүлеп бирә башлай. Тулыһынса таратып бөткәс, уға тағы бер мохтаж кеше килә. Шул ваҡытта ул: «Миндә бер нәмә лә ҡалманы, әммә һин минең иҫәпкә үҙеңә берәй нәмә һатып ал. Беҙгә тағы берәй килем булһа, мин ул бурысты түләрмен», − ти. Был хәлде күргән Ғүмәр ,: «Йә Рәсүлуллаһ, Аллаһ бит һиңә көсөңдән килмәгәнде бурыс итеп йөкләмәгән», − ти. Был һүҙҙәр Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ оҡшамай.

Шул саҡта ансарҙар араһынан берәү: «Йә Аллаһ Рәсүле, тарат әйҙә − Тәхет Хужаһының байлығы кәмер, тип ҡурҡма», − ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ был һүҙҙәрҙән һуң йылмая, ҡыуанысы йөҙөнә сыға.

Ул үҙендә бер динар һәм бер дирһәм да ҡалдырмаған. Бер тәңкә генә ҡалған булһа ла, шуны берәйһенә бирер өсөн сығып китеп, төнгә тиклем йөрөр булған. Мохтаж кешегә шул аҡсаны бирмәйенсә, кире ҡайтмаған. Аллаһу Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙән ул бер йылға етерлегенән башҡаһын алмаған, улары ла арпа, финик кеүек иң ябай аҙыҡтар булған.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡыйыулығы тураһында

Ул кешеләр араһында иң ҡыйыуы һәм иң ғәййәре булған. Кешеләргә һуғышҡа әҙерлек тураһында бойороҡ биргәндә, ул үҙе лә әҙерләнгән.

Яу ваҡытында Пәйғәмбәр ﷺ эргәһендә алышҡан кеше батыр булып һаналған, сөнки Рәсүлебеҙ ﷺ дошманына яҡын уҡ барып һуғышҡан.

Сәхәбәләр еткереүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ дошман ғәскәрен ҡайҙа ғына ҡаршыламаһын, беренсе булып һөжүм итер булған.

Һөжүм иткәндә ул ғәйрәтле булған. Һәр һуғыуы көслө, ҡеүәтле булған. Бер алышта Пәйғәмбәрбеҙҙе ﷺ мәжүсиҙәр уратып ала. Шул саҡта Рәсүлебеҙ ﷺ: «Мин – Пәйғәмбәр, был ялған түгел, мин − Ғәбделмоталип улы» - ти.

Сәхәбәләр, беҙ яуҙа Мөхәммәдтән ﷺ дә көслөрәк һәм ҡыйыуыраҡ кешене күргәнебеҙ булманы, тиҙәр. Ул дошмандары араһында һаҡсыһыҙ йөрөгән һәм был донъяла уны бер нәмә лә ҡурҡытмаған.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...