Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эскән эсемлектәр тураһында

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эскән эсемлектәр тураһында

Аллаһ Рәсүле ﷺ һәр йотом һыуҙы эсер алдынан «Бисмилләһ» тип әйткән, йотомдар араһында тын алған, һәр өс йотомдан һуң «Әлхәмдүлилләһ» тип әйтер булған. Ул һыуҙы бәләкәй йотомдар менән һурып ҡына эскән, төп күтәреп эсеп ҡуймаған. Ҡайһы берҙә бер тында бөткәнсә эскән. Һауыт эсенә тынын өрмәгән. Үҙенән ҡалған һыуҙы унан уң яҡта торған кешегә бирә торған ғәҙәте булған.

Бер заман Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һөт менән бал ҡушылған эсемлек алып киләләр. Ул уны эсеүҙән баш тарта: «Ике төрлө эсемлек бер эсемлек кеүек һәм ике тәмләткес бер һауытта», – ти ҙә, дауам итә: «Мин һеҙҙе уны эсеүҙән тыймайым, әммә мин бөйөклөктө яратмайым һәм донъя артыҡлыҡтары өсөн яуап тотҡом килмәй».

Сәхәбәләрҙән еткерелгәнсә, Рәсүлебеҙ ﷺ, Ҡәғбә тирәләй тәүәф ҡылған саҡта, Зәм-зәм шишмәһе эргәһенә килеп, унан һыу эсергә була. Шул саҡ ул киҫмәктә (ағас һауытта) ебетелгән финиктарҙы күреп ҡала. Башҡалар килеп, ундағы финиктарҙы ашайҙар һәм шунан уҡ һыу эсәләр икән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ киҫмәккә ҡарап: «Миңә эсергә бирегеҙ әле», − ти. Ғәббәс: «Йә Рәсүлуллаһ! Был эсемлеккә күп ҡул ҡағылған, әйҙәгеҙ мин һеҙгә өйҙән бынан таҙараҡ, өҫтө ябыулы көршәк менән һыу алып киләм», − ти. Ул ﷺ: «Юҡ. Миңә ошо һауыттан эсерегеҙ. Мин мосолмандарҙың ҡулдарының бәрәкәтен алырға теләйем», − тип, шул һауыттан эскән.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ керамиканан эшләнгән ҡомғаны булған, уны ул тәһәрәт алыр өсөн ҡулланған һәм унан эскән. Кешеләр аң ингән бәләкәй балаларын Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ өйөнә ебәрер булған. Был балаларҙы берәү ҙә ҡыумаған. Балалар Рәсүлебеҙҙең ﷺ ҡомғанында һыу тапһалар, шунан эскәндәр һәм шул һыуҙы бәрәкәт өсөн йөҙҙәренә, тәндәренә һөрткәндәр.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ултырыуы тураһында

Күбеһенсә Рәсүлебеҙ ﷺ аяҡ сираҡтарын ҡулдары менән тотоп ултырыр булған. Ашаған саҡта, тубыҡтарын, табандарын йыйып, намаҙ үтәгән кеше һымаҡ ултырған. Ҡайһы саҡ бер тубығы икенсе тубығынан һәм бер табаны икенсе табанынан өҫтәрәк булған. «Мин – ҡол, һәм ҡол һымаҡ ултырам, һәм ҡол кеүек ашайым», − тигән.

Кешеләр менән ултырған саҡта, улар әхирәт тураһында һөйләшһәләр, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларға ҡушылып һөйләшкән. Әгәр улар донъя тураһында әңгәмәләшһәләр, Рәсүл дә ﷺ уларға ҡушылған.

Аҙыҡ һәм эсемлектәр тураһында һүҙ сыҡһа, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә, уларға хөрмәт йөҙөнән, әңгәмәлә ҡатнашҡан.

Мәжлестән торғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Сөбхәнәкә Аллаһуммә үә бихәмдикә әшһәдү әл лә иләһә иллә әнтә әстәғфирүкә үә әтүбү иләйк». Шунан: «Был һүҙҙәрҙе миңә Ябраил өйрәтте», − тигән.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...