“Һинең юлың яҡты иман барҙа...”

“Һинең юлың яҡты иман барҙа...”

Уйылып китер уйҙар

Донъялыҡта бирелмәһә әгәр,
Әхирәттә көтөр бүләге.
Ғүмер башынан аҙағына ҡәҙәр
Тик бер Аллаһ − ҡолона терәге
Ә хәҡикәт ябай, шундай ябай:
Ни сәсһәң, һин шуны урырһың.
Ғәмәл дәфтәреңдең тартһа уңы,
Яҡты йөҙлө мөслим булырһың.
,,Донъя малы дуңғыҙ ҡаны”, – тиҙәр,
Алып китмәҫ һис кем йыйғанын.
Хәләл менән харам юл бер түгел,
Үтәмәгеҙ Хоҙай тыйғанын.
Бер нәмәнән ҡурҡмай йәшә, балам.
Һинең юлың яҡты иман барҙа.
Гонаһ эштәр әхирәткә ҡала
Эҙҙәр иреп юғалғандай аҡ ҡарҙа.

ФӘНҮЗӘ БИКҠУЖИНА, Күгәрсен районы

Ябай ғына...

Сисмәйем мин глобаль мәсьәләләр,
Ябай ғына ауыл ҡатыны.
Көндө ҡояш менән ҡаршылаһам,
Ҡыҙыҡтырмай ялтыр алтыны.
Көн дә берүк эштәр ике ҡулға,
Зарланмайым, шөкөр Аллаға.
Эшең булһа, ашың да мул булыр,
Ә артығы китер сауҙаға.
Кеше тикшерергә ваҡытым юҡ,
Үҙем ҡаҙанымда ҡайнайым.
Күңел тулһа, үлсәүҙәргә һалып,
Ҡылғанымды яйлап иләйем.
Үрелмәйем көсөм етмәгәнгә,
Буйға ҡарап һуҙам юрғанды.
Оран һалмай ғына тырышамын
Мин үтәргә Раббым ҡушҡанды.
Ябай ғына ауыл ҡатыны мин,
Ундай менән ауылдар тулы...

ЗИФА ХӘСӘНОВА, Ейәнсура районы

Иман менән

Эй, Аллаһым, һөйгән бәндәңә Һин
Һынауҙарҙы сикһеҙ бирәһең.
Шөкөр ҡылып берен үтеүемә
Сират тора тағы күрәһем.
Шөкөр, Аллаһ, мин барына риза,
Миңә лә Һин риза булһаңсы.
Барлыҡ ҡылған изге ғәмәлемдең
Сауаптарын арттырып яҙһаңсы.
Гонаһтар ҙа күптер, эй, Аллаһым,
Зинһар, изге эш, тип ҡабул ҡыл.
Мин фәрештә түгел был донъяла:
Нәфсе төшөр нәмә күп, һанһыҙ.
Кибеттәргә керһәң: күҙ ҡамаша,
Нәфсе менән иман талаша.
Үтеп китеүҙәре бик ауырҙыр
Күңел ҡытыҡлаған хәрәм аша.
Үҙебеҙ ҙә, белмәй, ҡайһы саҡта
Ҡараш менән гонаһлыбыҙҙыр.
Эй, Аллаһым, ғәфү һорарға ла
Белмәйбеҙ бит хатта гонаһҡа.
Бөйөк Аллаһыбыҙ сикһеҙ йомарт –
Бәндәһен Ул һәр саҡ кисерә.
Ҡул күтәреп доға ҡылыу менән
Һорағанын шундуҡ Ул бирә.
Ҡәрҙәштәрем, уянайыҡ, етәр,
Бөйөк Аллаһ фарызын үтәйек.
Изге ғәмәлдәрҙә булып, әхирәткә
Иман менән, зинһар, күсәйек!

ГӨЛСИНӘ ӘЛ-СЕЛЬВИ, Әбйәлил районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...