Никахта уҡыла торған теләк-доғалар

Никахта уҡыла торған теләк-доғалар

Йә Раббым, уҡылған ошо никахтарҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Ошо ике бәндәң (фәлән улы фәлән, фәлән ҡыҙы фәлән) бербереһенә шаһиттәр ҡаршыһында вәғәҙә бирҙеләр, ҡатын һәм ир булдылар. Ошо вәғәҙәләрен мәңге һаҡлап ҡалырға насип ит. Әҙәм менән Һауа, Ибраһим менән Сара , Йософ менән Зөләйха, Ғәли менән Фатима, Мөхәммәд менән Хәҙисә араларына тигеҙ өлфәт мөхәббәт насип иткәнең кеүек, уларҙың араларына ла шундай уҡ тигеҙ, өлфәт мөхәббәт насип ит. Икеһен дә төрлө бәләғазаптарҙан, хәүеф-хәтерҙән һаҡла.

Ошо тормош юлдарында бер-береһенә үрнәк булып, бер-береһенә терәк булып йәшәүҙәрен насип ит. Үҙҙәренә күп һөйөнөстәр, шатлыҡтар килтереүсе балалар тыуҙырып үҫтереүҙәрен беҙгә лә күрергә насип ит. Башҡаларға ла өлгө булырҙай ғаилә ҡороп, шатлыҡһөйөнөс, киң ризыҡтар һәм Үҙеңдең рәхмәтең менән уларға оҙон шатлыҡлы ғүмерҙәр менән йәшәргә насип ит!

Мәхмүт Шәрәфетдиндең “Доға ҡылыу һәм теләк теләү үрнәктәре китабынан”

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...