Ислам диненең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡарашы

Ислам диненең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡарашы

Тирә-яҡ мөхиттең юғары тиҙлектә һәләк була барыуының тағы бер сәбәбе- ағастарҙы ҡырҡыу.

Ҡәҙерле туғандар! Урман ҡырҡыу – тирә-яҡ тәбиғәтте һәләк итеүгә йүнәлтелгән намыҫһыҙлыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ, элек урмандар майҙаны 37 миллион квадрат километр тәшкил итһә, хәҙерге ваҡытта урман майҙаны 24 миллион квадрат километр! Бер йылда Австрия майҙаны менән сағыштырырлыҡ территорияла урман ҡырҡыла! Йыл һайын 18 миллион гектар үҫемлектәр территорияһы сүлгә әйләнә!

Планетаға ерҙәрҙең сүллеккә әйләнеү ҡурҡынысы янай: иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал көтөү ҡоро дала һәм саванналарҙың үҫемлектәр донъяһын юҡ итә, һәм уларҙа ярымсүллек һәм сүллек һыҙаттары барлыҡҡа килә башлай. Ер эшкәрткәндә тонналап пестицидтар, химик ашламалар ҡулланыу ағастарҙы, тропик үҫемлектәрҙе тамыры менән аҡтарыу ҙа ерҙәрҙе бөтөрә.

Был осраҡ буйынса Аллаһу Тәғәлә әйткән:” Кем үҙенә Аллаһ тарафынан күндерелгән ниғмәтте үҙгәртһә, йәки алмаштырһа, Аллаһтың язаһы бик ҡаты буласаҡ!”( “Бәҡара” сүрәһе, 211-се аят.) Беҙҙең заманда кеше ер йөҙөндә намыҫһыҙлыҡ таратҡан өсөн яза ала. Тәбиғәтте бысратыу – намыҫһыҙлыҡ!

Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тирә- яҡ мөхиткә бәйле нәсихәте: Ерҙе эшкәрт, эшкәртелмәгән ерҙе үҙеңдә тотма. Джәбирҙең, Аллаһ унан риза булын, һүҙҙәренән тапшырыла: «Кемдең ере бар, эшкәртһен, йәки үҙенең туғанына бирһен». Ер һөрөлгән булырға тейеш, ер эшкәртеүҙең файҙаһын һанап бөтөрлөк түгел. Был эшмәкәрлек тәбиғәткә лә ыңғай йоғонто яһай. Бөтәһе 90 илдең ерҙәре сүллеккә әйләнеү ҡурҡынысы алдында тора. Йыл һайын ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 40%-ҡа кәмей.

Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм , әйткән: «Кем хужаһы булмаған ерҙе кәртәләп алып эшкәрткән, уның ул ерҙе мираҫ итеп алыу хоҡуғы бөтәһенекенән дә ҙурыраҡ». (Хәҙис Ғәйшәнәнe , тапшырыла)

Тимәк, Пәйғәмбәрҙең нәсихәттәренә ҡарағанда, әгәр кеше буш ятҡан уңдырышһыҙ һөрөлмәгән ерҙе һуғарып, эшкәртеп алһа, ул ер уныҡына әйләнә. Ул бит ерҙе йәшеллек менән ҡапланһын, сәскә атһын өсөн ала, ә яңы үҫешкән илдәрҙәге һымаҡ, киреһенсә булһын өсөн түгел.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һанында).

РУССАНАН ЗИФА ИЛБАҠТИНА ТӘРЖЕМӘЛӘНЕ,

Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...