Ислам диненең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡарашы

Ислам диненең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡарашы

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ иғтибарына танылған дин тәғлимәтен өйрәнеүсе, доктор Мөхәммәд Ратиб ӘнНабулсиҙең Ислам диненең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына мөнәсәбәте тураһындағы вәғәзенән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Вәғәз ғәрәп теленән руссаға Илез Курскиев тарафынан тәржемә ителгән. Ғәрәп ғалимы күтәргән проблемалар, беҙҙеңсә, ғәрәптәргә генә ҡағылмай. Бар донъя масштабында фекер йөрөтә ул. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе яҡтыртҡанда ғәрәп иленең үҙенсәлектәре күҙ уңында тотолоп яҙылыуына ҡарамаҫтан (мәҫәлән, ерҙе рекультивациялау тураһында уҡығанда, илдәрҙең закондары араһындағы айырмалыҡты күҙ уңында тоторға кәрәк), тәбиғәт менән бәйле булғанға, был тема барыбыҙға ла бик яҡын.

Бисмилләһи-ррахмәәни-ррахиим!

Был донъяла бөтәһенә лә, ә әхирәттә тик мөьминдәргә генә рәхимле булған Аллаһ исеме менән! Барса маҡтау Аллаһҡа, Уны ғына маҡтайбыҙ, Унан ғына өмөт итәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең күңелдәребеҙҙәге һәм ғәмәлдәребеҙҙәге яуызлыҡтан тик Аллаһҡа ғына һыйынабыҙ. Йә, Аллаһ! Беҙҙе наҙанлыҡ ҡараңғылығынан белем яҡтылығына сығар, боҙоҡ теләктәр хакимлығынан Аллаһҡа яҡынайыусылар баҡсаларына индер!

Ҡәҙерле туғандар, үҙебеҙ йәшәгән тирә-яҡ мөхит тураһында һөйләшеп алайыҡ. Беҙҙең тирә-яҡ бысранһа, уның менән бергә беҙҙең һаулыҡ та насарлана. Әгәр ҙә ул саф, таҙа, донья көтөү өсөн яраҡлы булһа, беҙҙең сәләмәтлек яҡшыра, тәндәребеҙ нығый. Ислам үҙенең илаһи идеологияһы менән был бик мөһим темаға айырыуса яҡын. Унан тыш, Исламда был һорауға арналған билдәле дини күрһәтмәләр бар.

Алтын ҡағиҙә, йәки кешелек өсөн беҙҙе уратып алған мөхиткә мөнәсәбәттең төп принцибы ошолай яңғырай: Зыян итмә, һәм зарар күрмәҫһең! Был девиз тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәрҙең төп нигеҙ ташы булып тора ла инде. Зыян тик зарар ғына тыуҙыра, шуға ла дөйөм дини ҡағиҙә буйынса:

Зыян килтереү – Харам!

Туғандар! Һауа, һыу, тупраҡ ҡот осҡос бысраҡ! Үҫемлектәр донъяһы ярлылана. Бөтә нимә сүллеккә әйләнеү яғына бара. Аҙыҡ-түлек етмәүе, сирҙәрҙең таралыуы, антисанитария, үҫемлек һәм хайуандарҙың юҡҡа сығыуы, климат үҙгәреүе, кешелектең уйламай эшләгән һәләк иткес эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә озон ҡатламының зыян күреүе – бөгөнгө көндә был проблемаларҙан бөтә донъя ыҙа сигә. Диңгеҙгә, һауаға, үҫемлектәр донъяһына һаҡһыҙ ҡараш иң тәүҙә кешеләр тормошонда негатив сағылыш таба.

Бөгөн беҙгә быға тиклем күрелмәгән һыуыҡтарҙың йәки эҫеләрҙең, ҡолаҡ ишетмәгән ауырыуҙарҙың шаһиты булырға тура килә. Һыуҙар ҡорой, ә атмосфера температураһы берсә критик нөктәгә тиклем күтәрелә, берсә төшә. Бындай күренештәрҙе ғалимдар тирәяҡ мөхиттә революция бара, тип нарыҡлайҙар. Бөйөк Аллаһу Тәғәлә бар тирәяҡтың таҙа булыуын теләй. Ә кеше донъяуи ынтылыштары менән уны арымай-талмай бысрата. Тирә-яҡ мөхит – Аллаһу Тәғәләнең кешеләргә биргән күренеп торған һәм күренмәгән ниғмәттәренең береһе.

Хаҡ Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): ”(Эй, кешеләр), күрмәйһегеҙме ни, Аллаһу Тәғәлә һеҙгә Күктәрҙәге − ҡояшты, айҙы, йондоҙҙарҙы, һ.б., һәм Ерҙәге – йылғаларҙы, емештәрҙе һәм хайуандарҙы буйһондорҙо, һеҙгә асыҡ һәм йәшерен ниғмәттәр бирҙе...?” (“Лоҡман” сүрәһе, 20-се аят). Саф һауа, таҙа һыу, сәләмәт тормош, саф тәбиғәт, химик ашламаһыҙ, канцероген матдәләр индерелмәй үҫтерелгән үҫемлектәр, гормондарһыҙ емеш-еләктәр – донъя ошолай булырға тейеш! Ә асылда нимә күрәбеҙ?

Кеше Аллаһ яратҡан нимәләрҙе үҙгәртә. Ҡошсолоҡ фабрикаларында махсус гормондар ярҙамында тауыҡтарҙың ауырлығын 40 көн эсендә арттыралар. Ә бит ул гормондар шул тауыҡтар менән туҡланған кешенең организмында туплана. Ошо хәл үлемесле ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Бик күп етди ауырыуҙар кешенең үҙ туҡланыу составына яһалма рәүештә үҙгәрештәр индереүенә бәйле. Был күренеш хәҙерге донъяның бәләһе. Шуға күрә, Ислам диненең ошо проблемаға иғтибар итеп, уның тураһында бөтә донъяға киҫәтеүе айырыуса мөһим.

(Дауамы бар)

Руссанан Зифа Илбаҡтина (Иҙелбаева) тәржемәләне, Сибай ҡалаһы.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...