Бал ҡорто мөғжизәһе

Бал ҡорто мөғжизәһе

Аллаһу Тәғәләнең биргән, бар ҡылған ниғмәттәре тураһында әҙ уйланабыҙ. Бал ҡортон алайыҡ. Умарталарҙағы, кәрәҙҙәрҙәге юғары ойошҡанлыҡ, тәртип тураһында легендалар һалынған. Балдан башҡа, бал ҡорттары кешегә файҙа килтерерлек ун өс төрлө продукт етештерә (перга, инә ҡорт һөтө (маточное молоко), прополис һ.б.). Хатта, ҡорттан саҡтырып, төрлө сирҙәрҙән дауалайҙар.

 

Ҡөрьән Кәримдә шифа һүҙе дүрт тапҡыр ҡабатлана. Шуның өсәүһе Көрьәндең үҙе менән, ә береһе бал ҡорттарына бәйле. Кунжут орлоғо саҡлы ғына, 2-3 мм мейеһе булған бал ҡорто кешеләрҙе таный, үҙе нектар йыйған сәскәне онотмай, өйгә ҡайтыуҙың иң ҡыҫҡа юлын һайлай. Титаник хеҙмәт түгеп, Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡанын үтәп, кеше өсөн бал йыя. Ә үҙе йыйғанының йөҙҙән бер өлөшөн генә ҡуллана. Биш йөҙ грамм бал йыйыу өсөн дүрт мең сәскәнән нектар һурырға кәрәк. Кәрәҙҙәрҙе ҡойор өсөн инженерлыҡ талаптарын ҡәтғи үтәй. Етмәһә, бал ҡорттары ҡараңғыла эшләй. Биологтар иҫбатлауынса, бал ҡорттары мейеһенең был тиклем ҡатмарлы эшкә ҡеүәте етмәй. Ә нисек эшләй һуң улар? Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: «Раббың бал ҡортона вәхи ҡылды (күндерҙе): «Тауҙа, ағаста, улар яһаған ҡоролмаларҙа оя ҡор», – ти. («Бал ҡорттары» сүрәһе, 68-се аят). Ибне Кассир был аятты тәфсирләп, һәр бер бал ҡорто Аллаһу Тәғәлә күндергәнде эшләй, ти.

Разведчик ҡорттар нектарға бай сәскәләрҙең урынын табып, махсус хәрәкәттәр менән координаттарҙы эшсе ҡорттарға еткерә. Башҡа ҡорттар бушҡа осмаһын өсөн, нектары алынған сәскәне билдәләп китә.

Бал ҡорттары ҡояшҡа ҡарап ориентир тота. Ә ҡояш дүрт минут һайын бер градусҡа күсә. Ғалимдар иҫбатлауынса, бал ҡорттары ла дүрт минут һайын маршруттарына бер градусҡа төҙәтмә индерә. Иҫ киткес! Әле һуңғы ваҡытҡа тиклем, ҡорттар сәскәнән нектар ғына йыя, тип иҫәпләнә ине. Ә Ҡөрьән Кәримдә: «...Уларҙың эсенән төрлө төҫтәге шифалы эсемлек сыға...», – тиелә (69-сы аят). Ысынлап та, бал – ҡорттарҙың эсендә эшкәртелгән матдә икәнен фән иҫбатланы.

Һандарға иғтибар итәйек.

«Бал ҡорттары» – Ҡөрьән Кәримдә 16-сы сүрә.

Бал ҡортонда – 16 хромосома.

Сүрәлә бал ҡорттары 16 тапҡыр иҫкә алына.

Бөтәһе 128 аят: 8 тапҡыр 16.

Сүрәлә бөтәһе 2080 һүҙ: 130 тапҡыр 16.

Сүрәнең башынан «бал ҡорттары» тигән һүҙгә тиклем 992 һүҙ: 62 тапҡыр 16.

«Бал ҡорттары» тигән һүҙҙән сүрәнең аҙағына тиклем 1088 һүҙ: 68 тапҡыр 16.

Аллаһу Тәғәлә бөйөк. Уның юҡтан бар ҡылған ниғмәттәре тураһында бер генә сәғәт уйланыу ҙа ғибәҙәткә тиң.

 

(Ислам календарынан)

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...