«Аллаһ менән һөйләшәһең тик намаҙҙың эсендә...»

«Аллаһ менән һөйләшәһең тик намаҙҙың эсендә...»

«Аллаһ менән һөйләшәһең тик намаҙҙың эсендә...»

Хөрмәтле авторыбыҙ Рәшиҙә Шәмсетдинованың ике оло ҡыуанысын уртаҡлашырға ашығабыҙ. Беренсенән, билдәле шағирә октябрь айында 60 йәшлек юбилейын билдәләһә, икенсенән, ошо көндәрҙә уның балалар өсөн дини йөкмәткеле “Һандуғас сере” исемле китабы баҫылып сыҡты. Дин ҡәрҙәшебеҙгә ихлас күңелдән илһамлы ижад, иман байлыҡтары, яңы әҙәби үрҙәр теләйбеҙ.

Инәкәй

Ябай ғына итеп әйтмәй
Инәкәй “Рәхмәт!” һүҙен.
Уның эсендәге серҙе
Һүтә, кемдә бар түҙем.
− Аллаһу Тәғәләбеҙҙең
Рәхмәттәре яуһын, ти.
− Һин бит, ейәнсәрем, беҙгә
Яҡты ҡояш, айһың, ти.
− Асылып ҡына торһон гел
Бәрәкәт ишектәре.
Донъяла бәүелеп торһон
Тыныслыҡ бишектәре.
Шулай тип теләй инәкәй:
− Тик бәхеткә тарығыҙ!
Мәккә – тик хыялда ҡалды!
Ә һеҙ хажға бырығыҙ!
− Аманатыңды үтәрбеҙ,
Инәкәй, һис борсолма!
Күңелебеҙ − намаҙ, сәждә,
Йөрәгебеҙ – мосолман!

Вәғәз һөйләгәндә

Вәғәз һөйләгәндә хәҙрәт
Тыңлайбыҙ шып – шым.
Йондоҙ балҡып китәме ни
Мәсеттә йым – йым.
Ысын!
Хас та йондоҙ һымаҡ
Хәҙрәт бабайым.
Нурҙарына йәһәтерәк
Ҡойона һалайым.
Һәр бер һүҙенә уйлана
Инәй, бабайҙар.
Беҙҙең кеүек түгел шаян
Ҡыҙҙар, малайҙар.
Аңламай ҙа китһәм ҡай саҡ
Ҡайһы бер һүҙен,
Олатайҙан һорармын тип,
Булһын тик түҙем.
Вәғәз һөйләгәндә хәҙрәт,
Мәсеттең эсе
Әйтерһең дә зәңгәр күкле,
Тик айлы кисле.

Аҙан

Аҙан ҡысҡыра бит хәҙрәт,
Ашығайыҡ мәсеткә.
Ашыҡмайыҡсы уйнарға,
Боролмайыҡ йә ситкә.
Атайым эйәртер мине,
Әсәй етәкләп алыр.
Изге Йома етте тиеп,
Хәйер-саҙаҡа һалыр.
Мәсет ул – Аллаһ йорто, ти,
Ололар шулай, тиҙәр.
Уны намаҙ, сәждә, тәҡбир,
Уны тик зекер биҙәр.
Гүйә унда һандуғастар
Тауышын ишетәмен.
Үҙемде бер күбәләктәй,
Сәскәләй хис итәмен.
Сылтыр-сылтыр йырын йырлап
Шишмә аға янымда.
Бер ҡоралайға әйләнеп
Торам йылға ярында.
Фәрештәләр яҙып ҡуя
Иң тәү килгән кешене.
Улар көтә эй һағынып
Һинең, минең ишене.
Матур исемебеҙ балҡыр
Һоҡланғыс ҡанатында.
Беҙгә өйрәтәләр шулай
Динебеҙ яратырға.
Ете быуыным ҡыуаныр,
Мәсеткә йүгерәйек!
Өләсәйҙәр беҙгә ҡарап
Ултырһын, күр, ирәйеп.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...