Башҡортостан – ғәзиз ватан

Башҡортостан – ғәзиз ватан

Ошо көндәрҙә Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле һәм күп конфессиялы халҡы Республика көнөн билдәләй. Был дәүләт һәм дөйөм халыҡ байрамы 1990 йылдың ун беренсе октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияның ҡабул ителеүе менән бәйле. Ләкин, минең фекеремсә, бөгөнгө көндә был байрам бөтәбеҙ өсөн дә тик сәйәси генә түгел, ә күберәк патриотик мәғәнәгә эйә. Быуаттар буйы Ислам динен тотҡан башҡорт халҡыбыҙ өсөн дә был айырыуса мөһим, сөнки динебеҙҙең әхлаҡи ҡиммәттәр системаһында илһөйәрлек, тыуған илде һөйөү, кендек ҡаны тамған тупраҡты дошмандан һаҡлау, яҡлау үтә лә ҙур урын алып тора.

 

Тыуған ил, Ватан – ул беҙҙең ғаиләбеҙ, йорт-ҡурабыҙ, кендек ҡаныбыҙ тамған тупраҡ, һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ, йәшәгән ауылыбыҙ, ҡалабыҙ, илебеҙ. Дөйөм тарихы, мәҙәниәте, уртаҡ теле булған халыҡты беҙ милләт тип атайбыҙ. Әҙәм балаһы милләтен һайламай. Теге йәки был милләт вәкиле булып тыуыу – Аллаһу Тәғәләнең һәр әҙәм балаһына биргән ҙур ниғмәте. Ошо ниғмәттең ҡәҙерен белеү, ҡайһы милләттән булыуға ҡарамаҫтан, тыуған телде, Раббыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ ниғмәте, ҡәҙерле аманаты тип белеп, быуындан быуынға, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә тапшырыу – һәр иманлы кешенең вазифаһы. Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙы оло Рәсәйебеҙҙә ватандаш булып йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәрен дә хөрмәт итергә өйрәтеү ҙә илебеҙ киләсәге өсөн бик мөһим бөгөнгө көндә. Был турала Аллаһу Раббыбыҙ Ҡөрьән Кәримдең Әл-Хөжөрат сүрәһенең 13-сө аятында әйтә (мәғәнәһе): «Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән бер ҡатындан (Әҙәм менән Хәүәнән) яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ хозурында иң хөрмәтле кеше иң тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!»

Был аятта Аллаһу Тәғәлә Әҙәм балаларын төрлө халыҡ, төрлө ырыу-ҡәбилә итеп яратыуының сәбәбен асыҡлай. «Бер-береһе менән танышһындар, аралашһындар өсөн», − ти, «Һуғышһындар, бер халыҡты башҡаһынан өҫтөн күреп, ҡан ҡойһондар өсөн», − тимәй.

Тимәк, Ислам динендә үҙ халҡыңды, милләтеңде һөйөү, яратыу бар, әммә уның менән артыҡ ғорурланып, башҡаларҙан өҫтөн күреү һис юҡ. Йәғни, Ислам динебеҙгә милләтселек һәм уның иң юғары дәрәжәһе нацизм һис тә хас түгел. Бөгөнгө көндә, йәғни, ватандаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция сиктәрендә нацизмдың йәйелеүенә ҡаршы йәндәрен аямай көрәшкән дәүерҙә, динебеҙҙең был әхләҡи принциптарын дөрөҫ аңлау һәм аңлатыу бик тә мөһим.

Республика көнө Башҡортостаныбыҙҙың бөтә халҡына ҡотло булһын! Аллаһ Раббыбыҙҙың туҡһан туғыҙ исеменең береһе һәм ошо гәзитебеҙҙең атамаһы булған «Әс-Сәләм», йәғни, тыныслыҡ биреүсе исеме бәрәкәтендә һуғыштар тиҙерәк туҡтаһын! Атайсалыбыҙ Башҡортостан һәм оло илебеҙ Рәсәй күге аяҙ, тыныс булһын! Мәсеттәребеҙ ғибәҙәт ҡылыусылар менән тулы булһын! Аҙандар яңғырап торһон! Ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе иманлы, әҙәпле, тәрбиәле, белемле, илгә, халыҡҡа файҙалы ысын шәхестәр итеп үҫтерергә Аллаһ Раббыбыҙ Үҙе насип итһен!

 

Рамаҙан Омоҙаҡов,

Өфө ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...