Ҡышҡы байрам тураһында бер кәлимә һүҙ

Ҡышҡы байрам тураһында бер кәлимә һүҙ

Ҡышҡы байрам тураһында бер кәлимә һүҙ

Оҙаҡламай 2025 миләди йылға аяҡ баҫабыҙ. Ҡайһы мосолмандар араһында был беҙҙең байрам түгел, шуның өсөн беҙ уны билдәләргә тейеш түгел, тигән һүҙ йөрөй. Ләкин бының менән килешеп булмай, сөнки миләди иҫәп Ғайса ғәләйһис-сәләмдең тыуыуынан башлана. Беҙ уның пәйғәмбәрлегенә ышанабыҙ, уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Был беренсенән. Икенсенән, миләди йыл иҫәбе ҡояш йөрөшө буйынса билдәләнә. Ҡояшты ла, айҙы ла Аллаһу Тәғәлә генә йөрөтә, барыһы ла Аллаһтыҡы! Шуға был байрам беҙҙеке түгел, тип әйтеү бигүк дөрөҫ булмаҫ.

 

Нисек ул байрамды үткәреүебеҙ икенсе мәсьәлә. Әлбиттә, ислам динендә булмаған башҡа халыҡтарға эйәреп, шыршы биҙәп, уның тирәләй бейеп йөрөү, байрам итеү динебеҙгә тура килмәй. Ләкин был дәүер, ваҡыт, йылдар алышынған минуттарҙы доғала үткәреүҙең шәриғәткә хилаф яғы юҡ. Киләсәккә өмөт менән, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең Рәхмәтенә өмөт менән ҡарау тигән һүҙ был! Һәм үткән йылдағы хата-гонаһтарыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп, тәүбә итергә һәм Аллаһу Тәғәләнең Ризалығын, Ярлыҡауын теләргә ыңғайлы ваҡыт арауығы, замандар алышынған аралыҡ тип һанарға мөмкин.

Шуға Яңы йыл байрамын хәрәм эсемлек күтәреп, тостар әйтеү менән түгел, изге доғалар, нәфел намаҙҙар менән, Ҡөрьән уҡып үткәрһәк, ғәмәлдең иң сауаплыһы булыр. Яңы йыл төнөн, Аллаһтың Рәхмәтен өмөт итеп, киләсәккә өмөт күҙе менән бағып үткәрергә насип итһен Раббыбыҙ. Миләди иҫәбе лә, һижри йылъяҙмаһы ла Аллаһтың заманы. Ул илаһи хәҙисендә әйтә: «Заманды һүкмәгеҙ, заман – Мин Үҙем». Шуға һәр бер байрамды матур доғалар, изге, аҡ өмөттәр менән уҙғарырға яҙһын. Яңы йылдарыбыҙ мөбәрәк булһын!

 

Рамаҙан Оморҙаҡов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...