Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн!

Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн!

Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн!

Яңы уҡыу йылы башланды. Уҡыу йорттарына белем алырға ынтылып торған нурлы йөҙлө балалар, йәштәр ашҡыналар. Белемгә ынтылыу – һәр мосолман кешеһенең изге бурысы. Әммә белемде ниндәй маҡсат (ниәт) менән алаһың, шуныһы ла мөһим икәненә бик үк иғтибар бирмәйбеҙ.

Айырыуса, бөгөнгө матди донъя, үҙенең алдатҡыс ялтырауыҡтары менән ысын рухи ҡиммәттәрҙе баҫып, йәштәребеҙҙең күңелен арбаған һәм, хатта улар өсөн тормош маҡсатына әүерелгән заманда. Һәм, был донъяны юҡтан бар иткән Ғаләмдәр Хужаһы − Аллаһу Тәғәлә аласаҡ белемемдән риза булырмы, шул белемгә таянып башҡарасаҡ хеҙмәтем, уның емештәре хәләл булырмы − былар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫәпкә алынмай тиерлек. Замана кешеһе күпселек осраҡта белемде, нәфсеһе ҡушыуы буйынса, фәҡәт үҙе өсөн генә, шәхсән үҙенең матди байлығын арттырыу ниәте менән алырға тырыша. Тәү ҡарашҡа, алған белемең арҡылы ниндәйҙер ҙур дәрәжәгә эйә булырға ынтылыуҙың зыяны юҡ һымаҡ, әммә иң беренсе урында, йәмғиәткә, кешеләргә, үҙ ғаиләңә Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн файҙа килтерергә, тигән ниәт булмаһа, кешенең алған белеме йыш ҡына тәккәберлек артыуына, рухи йөрәгенең (ҡәлеб) “туң йөрәккә” әүерелә башлауына сәбәп булыуы мөмкин. Аҙмы ни хәҙер беҙҙең арала белемле “туң йөрәктәр”? Бер нисә юғары белеме булған тәкәбберҙәр?..

Фекремде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: хөрмәтле дуҫтар, әйҙәгеҙ хәлебеҙҙән килгәнсә, һәр бер эшебеҙҙе, Аллаһ ризалығы өсөн, тип эшләргә тырышайыҡ. Айырыуса балаларыбыҙға белем, тәрбиә биргән саҡта. Сөнки Аллаһ ризалығы өсөн тиеп тәрбиәләнгән иманлы, тәүфиҡле тоҡом – иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе.

P.S. Быйылғы яҙҙа БДУ профессоры, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Баязит Сабирйән улы Ғәлимовҡа 80 йәш тулды. Уҡытыусыбыҙҙы оло юбилейы менән тәбрикләнек, иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә тип, ҡотларға килдек, фекер алышып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Баязит Сабирйән улы “Тәүфиҡҡә бәхет эйәргән” тигән мәҡәләмде уҡып сыҡҡандан һуң үҙ фекерен ҡағыҙға теркәп, миңә тапшырҙы. Оло ғалимыбыҙҙан бындай иғтибар алыу, ҙур шатлыҡ булды үҙем өсөн. “Аллаһҡа юл аң үтә түгел, йөрәк үтә” тип яҙылған юлдары айырыуса тәъҫир итте. Әгәр һәр бер философ ошо тәғлимәтте аңлаһа, һәм шуға ярашлы йәшәһә, ни тиклем йәмғиәт яҡшы яҡҡа үҙгәрер ине!

Гүзәл Вилданова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...