Мәрхәмәткә, изгелеккә өндәгән ай

Мәрхәмәткә, изгелеккә өндәгән ай

(14 мартта Шәғбән айы башлана)

Һижри календарҙың һигеҙенсе айы Шәғбән дә Рәсүлебеҙ сөннәтендә айырыуса ҡәҙерле урын биләй. Пәйғәмбәребеҙҙең Шәғбәндең аҙаҡҡы көндәренән башҡа тотош ай буйына тиерлек ураҙа тотоуы хаҡында хәбәр ителә.

Хаҡ динле Ғәйшә әсәбеҙәйткән: «Аллаһ Рәсүлеҡайһы берҙә ураҙаны бик оҙайлы тота ине, хатта ул бер ҡасан да ураҙанан сыҡмаҫ кеүек тойола торғайны, ә ҡайһы саҡ, киреһенсә, оҙаҡ ҡына ураҙанан тыйылып йөрөр ине, һәм ул башҡаса ураҙаға инмәҫ һымаҡ тойола ине. Һәм мин Пәйғәмбәрҙеңниндәйҙер башҡа берәй айҙа (Рамаҙандан тыш) Шәғбәндәге кеүек күп итеп ураҙа тотоуын күрмәнем» (әл-Бохари, Мөслим).

Шәғбән етеү менән Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Һеҙ үҙегеҙҙе таҙалағыҙ (сафландырығыҙ), ниәтмаҡсаттарығыҙҙы ла яҡшыға йүнәлтегеҙ», – тигән. Күп кенә дин тотоусылар Рамаҙан талап иткән рухи халәтте һаҡлап ҡалыуҙы ауыр тип һанай һәм изге айҙың һуңғы ун көнөндә, Рамаҙан айы беҙҙең өсөн бушҡа уҙҙы, тип зарлана башлай. Бындай өмөтһөҙлөктөң сәбәбе шунда ки, кешеләр сәхәргә һәм ифтарға төрлө тәм-том, аҙыҡ-түлекте алдан алып ҡуйыуҙы ҡайғыртҡан, әммә үҙҙәрен рухи яҡтан әҙерләргә өлгөрмәгән. Күп кенә тәҡүәле кешеләр, Рамаҙан айының мөһимлеген аңлап, уға Рәжәп һәм Шәғбәндә ураҙа тотоп әҙерләнә.

Әбү Бәкер әл-Бәлхи: «Рәжәп айы – сәсеү, Шәғбән – һуғарыу, ә Рамаҙан иһә – ураҡ айҙары. Әгәр ҙә кеше Рәжәп айында бер нәмә лә сәсмәгән, Шәғбәндә һыу һипмәгән икән, Рамаҙанда ни урыр һуң?» – тип әйткән. Кескәй, әммә көн дә башҡарылған ғәмәлде Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм ныҡ хуплаған. Сөннәт, нәфел намаҙҙарҙы ла һөйөклө Рәсүлебеҙдаими уҡып барырға тырышҡан. Беҙгә, барыбыҙға ла, тормошобоҙҙа һуңғы Рамаҙаныбыҙ яҡыная икән, тип күҙ алдына килтереп, мөбәрәк айға ҡәҙәр, Шәғбәндә лә рухи яҡтан сынығып: күберәк ураҙа тотоп, доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып – нығынып алырға ҡамасау итмәҫ.

Ғәйшә еткергән йәнә бер хәҙис: «Пәйғәмбәр, яныма килгән ҡатынды күреп ҡалғас: «Кем ул?» – тип һораны. Мин былай тип яуап бирҙем: «Фәлән (исеме менән атап) ҡатын, ул үҙенең намаҙҙарҙы бик күп уҡыуы тураһында һөйләй». Пәйғәмбәребеҙ e: «Үҙеңде улай йонсоторға кәрәкмәй, хәлегеҙҙән килгәнде эшләгеҙ. Аллаһу Тәғәлә менән ант итәм (билләһи), Раббыбыҙ, был ғибәҙәтегеҙ өсөн һеҙҙе әжеренән өҙмәҫ, мәгәр хәлдән тайғансы саждә ҡылып, арып, был ғибәҙәттән тамам биҙгәнгә тиклемгеһен. Раббыбыҙ ҡолоноң ғибәҙәтендә тотороҡло булыуын, даими башҡарыуын нығыраҡ һөйә», – тине» (әл-Бохари, Мөслим).

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, Шәғбән айында барлыҡ изге эштәр өсөн әжер күберәк, әммә был айҙа ҡылынған гонаһтар өсөн дә язаһы артырға мөмкин. Раббыбыҙ беҙҙе күндәм, изгелек ҡылыусы һәм Ул беҙҙе бүләкләгән бәхет өсөн рәхмәтле, ихлас, ихсанлы, саф йөрәкле ҡолдар сафында йәшәтһә ине! Амин!

ҒӘҘЕЛ ИБРАҺИМОВ

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...