Шәүүәл айының әһәмиәте

Шәүүәл айының әһәмиәте

Рамаҙан айындағы ураҙа – беҙгә камиллашыу өсөн иң яҡшы мөмкинлек, рухи үҫешкә ҙур этәргес һәм сауаплы юл. Нәфсебеҙҙе ауыҙлыҡлап, яман ғәҙәттәрҙе еңеп, яҡшы, яҡты яҡҡа сығыу өсөн иң шәп тәрбиәүи ысул. Изге айҙан һуң башланған Шәүүәл дә ҙур әһәмиәткә эйә, баш-баштаҡланып, беҙҙе еңергә маташҡан нәфсебеҙгә ҡаршы тороу, ыңғай яҡҡа үҙгәреү өсөн тағы ла бер матур мөмкинлектәр аса был изге ай.

 

Шәүүәл айында ураҙа тотоу сөннәт. Һәр бер сөннәт ғәмәленеке кеүек, был айҙың да бик күп хикмәте бар. Шуларҙың береһе – Рамаҙан айында ҡылған ғәмәлдәрҙе тағы бик күп матур эштәр менән байытыу форсаты. Фарыз намаҙҙы сөннәт намаҙҙар камиллаштырған кеүек үк, Шәүүәл айының сөннәт ураҙаһы ла Рамаҙандың фарызын тулыландыра.

Был айҙа ураҙаны – алты көн рәттән әллә ай дауамында төрлө көндәрҙә тотоу яҡшыраҡмы, тигән һорауға яуап бер нисәү. Һәр береһенә лә ҡолаҡ һалырға мөмкин, әммә ул Рамаҙан айына оҡшамаһын өсөн, ураҙа тотоу көндәрен айырым тоторға кәңәш ителә. Аллаһ Илсеһе ғәләйһис– саләтү үә сәлләм әйткән: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң Шәүүәл айында кем алты көн ураҙа тота, шул кеше йыл буйына ураҙа тотҡан кеүек булыр» (Мөслим).

Динебеҙҙә бер изгелеккә ун өлөш сауап яҙылған кеүек, Рамаҙан айына ун айлыҡ ураҙа сауабы, ә Шәүүәл айының алты көнөнә алтмыш көн ураҙа сауабы яҙыла. Бергә ҡушһаң, йәмғеһе бер йылға торошло булыр..

Рамаҙан айындағы ураҙаны тотоп бөтмәгән кешегә был ғәмәлде мотлаҡ башҡарып сығыу өсөн ашығырға кәрәк. Фарыз ураҙаһын ҡаза итеп тотҡан кеше сөннәт ураҙаның да сауабын ала. Мәҫәлән, һеҙ ураҙа айынан ҡалған бурысты тап Шәүүәл айында атҡарып сығырға ниәтләйһегеҙ икән, алты көн тотолған булһа, тимәк, Шәүүәл айындағы сөннәт-ураҙаның әжерен дә аласаҡһығыҙ. Фарыз ураҙаны ҡаза итеп тотоу ниәте генә булһа ла! Алты көнлөк ураҙаны бер-бер артлы тотмаһаң да, сөннәт үтәлде тигән һүҙ. Әммә байрам көнөнән һуң бер өҙлөкһөҙ алты көн эсендә башҡарылған ғәмәлдең әжере күберәк.

 

Әхмәт Ибраһимов

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...