Зөлхизә айының тәүге ун көнө

Зөлхизә айының тәүге ун көнө

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә һөйөклө ҡолдарының игелекле ғәмәлдәрен арттырыр өсөн күп мөмкинлек бирә. Форсаттан файҙаланып, ваҡытын әрәм итмәгән кешеләр бәхетле.

 

Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ был изге айҙа Раббыбыҙҙың ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, яҡшы эштәр башҡара. Аллаһ Рәсүле салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә, ошо ваҡытты донъялағы иң шәп көндәр тип, уларҙа изгелек ҡылып ҡалырға ҡушҡан. Ҡөрьән-Кәримдә Аллаһтың ошо ун көн менән ант итеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.

 

Был көндәрҙе нисек үткәрергә кәңәш ителә?

Динле кешегә, ысын күңелдән тәүбә итеп, Аллаһу Тәғәләгә бар эштәрен тапшырып, тәүәккәл итеп йәшәй башларға кәрәк. Ошо көндәрҙе гонаһлы, шикле ғәмәлдәрҙән һаҡланып, йырағайып, файҙалы үткәрергә тырышыу зарур.

Ибне Ғәббәстән еткерелгән хәҙис: «Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә ҡылынған яҡшылыҡты Аллаһ нығыраҡ ярата». Унан: «Хатта Аллаһ юлындағы йыһаттан да нығыраҡ яратамы?!» – тип һорағандар. Ул шулай тип яуап биргән: «Аллаһ юлында ғүмерен, мөлкәтен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, аҙаҡ бер ниһеҙ ҡайтҡан кешенән башҡа, хатта йыһаттан да" (Бохари, Әбү Дауыт).

Был көндәр − Ғаләмдәр Хужаһының Рәхмәте һәм бүләге, башҡа ваҡытта өлгәшә алмаҫлыҡ әжер-сауапҡа ирешеү мөмкинлеге булып тора. Шуның өсөн дә был форсаттан файҙаланып, ошо осорҙа мөмкин тиклем күберәк ғибәҙәт ҡылып, изге эштәр башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Тәҡүәле мөьминдәр элек-электән өс дәүерҙе − Рамаҙан айының һуңғы ун көнөн, Зөлхизә һәм Мөхәррәм айҙарының тәүге ун көнөн ҙурлаған.

 

Нимәгә айырыуса ныҡ иғтибар итергә кәрәк?

Ошо көндәрҙә хаж һәм ғөмрә йолаларын башҡарыу – иң яҡшыһы. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең йортона килеп, фарыз ғәмәлде үтәгән һәр бер ҡолон Йәннәткә индерәсәк.

Ураҙа – был көндәрҙә иң яҡшы һәм сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-саләтү үә сәлләм, Ғәрәфә көнөндә ураҙа тоторға кәңәш итеп, был ғәмәлдең әһәмиәтен аңлатҡан. Имам ән-Нәүәүи, рәхимуллаһ, үҙенең китаптарында: «Был көндәрҙә ураҙа тотоу сөннәт, маҡтаулы», – тип яҙған.

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, ошо көндәрҙең фәтеүә менән үтеүен теләһәк, Аллаһ Ризалығы өсөн намаҙҙарығыҙҙы күберәк йәмәғәт менән уҡырға, тәкбир, тәһлил, тәһмидтән өҙөлмәй, йышыраҡ зекер итеп, мохтаждарға хәйер-саҙаҡа тапшырып, Ҡөрьән-Кәрим уҡып, бихисап изгелектәр ҡылып ҡалырға тырышайыҡ. Аллаһ беҙгә ярҙам һәм мәғфирәт итһен!

 

Дини календарҙан,

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...