Ғәшүрә көнө фазиләте

Ғәшүрә көнө фазиләте

Ғәшүрә көнө фазиләте

7 июлдә изге Мөхәррәмгә аяҡ баҫабыҙ, ин шәә Аллаһ! Йылдың беренсе айында ҡылған ғәмәл-ғибәҙәтебеҙ, яҡшы эшебеҙ өсөн Аллаһу Тәғәлә әжер-сауабын бик күп тапҡырға арттырып бирә. Мөхәррәмдең унынсы көнөн ғибәҙәт менән үткәреү айырыуса сауаплы һәм маҡтаулы.

 

 

Ғәшүрә көнө Мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә. Был көндөң фазиләте тураһында күп хәҙистәрҙә бәйән ителә. Ибне Ғәббәстән еткерелгәнендә шулай тиелә: «Мин башҡа ваҡытта ла һис ҡасан Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Ғәшүрә көнө һәм Рамаҙан айындағы кеүек ураҙа тоторға ынтылғанын күргәнем булманы» (әл-Бохари).

Рәсүлебеҙ ﷺ әйткән: «Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһу Тәғәлә былтырғы гонаһтарҙы кисерер, тип ышанам» (Мөслим). Был Ғаләмдәр Хужаһының беҙгә ҡарата айырыуса йомарт булыуын күрһәтә: бер көнлөк ураҙа менән тотош бер йылдың гонаһы юйыла!

Ибне Ғәббәс еткергәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәгә килгәндә йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡанын күргән. Шул ваҡытта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙан: «Ни өсөн тап ошо көндө ураҙа тотаһығыҙ?» – тип һорағас, йәһүдтәр: «Был беҙҙең өсөн олуғ көн, тап ошо көндә Аллаһ Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарҙы, һәм Муса был көндә ураҙа тота башланы», – тип яуаплаған. Шуны ишеткәс Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Беҙ Мусаға һеҙгә ҡарағанда яҡыныраҡ», – тигән. Һәм артабан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ гел ошо көндө ураҙа тотҡан һәм сәхәбәләренә лә шулай эшләргә ҡушҡан (әл-Бохари).

Хәсән ибне Әммәраның «Мәрәкил Фәләх» китабында былай тиелә: «Ғәшүрә көнөндә генә ураҙа тотоу сөннәткә тап килмәй (кәраһәт тәнзиһ). Пәйғәмбәребеҙ ҡушҡанса, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтенән айырылып торһон өсөн, Ғәшүрәнән тыш, мосолмандарға ураҙаларын Мөхәррәм айының 9-сы йәки 11-се көнөндә тотоу хәйерле» («Хәшийәтү Тәхтәүи»).

 

Мөхәммәт Ғәзимов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...