Исламда бәхәс тураһында

Исламда бәхәс тураһында

Исламда бәхәс тураһында

Әгәр һинең менән берәйһе бәхәскә инһә, өндәшмә, һинең өсөн фәрештә яуап бирә. Әгәр һин бәхәскә инһәң, шайтан ҡушыла, фәрештәләр китә. Бәхәстә дөрөҫлөк юҡ, сөнки унда һәр кем бер-береһен кәмһетеп, үҙ һүҙен өҫтөн сығарырға теләп, гонаһҡа керә.

 

Беҙҙең иң зәһәр дошманыбыҙ – ул мин- минлек сире. Беҙҙең аҡылыбыҙ күп ваҡыт беҙгә хыянат итә. Ул йыш ҡына кәмселектәребеҙҙе үҙебеҙҙең күҙҙебеҙҙән йәшерә, килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡҡа, ҡар-шылыҡтарға башҡаларҙың кәмселектәрен сәбәп итеп күрһәтә. Ни тиклем күберәк бәхәсләшкән һайын, шул тиклем насарыраҡ, сөнки бәхәстә фәрештәләр юҡ, ә шайтандар һөйөнә: «Күрҙегеҙме, беҙ фетнә ҡылдыҡ, улар ирешәләр». Ғәйбәт ишеттегеҙ икән, шулай уҡ барып, бәхәскә кереүҙең кәрәге юҡ. Ғәйбәтсе – ул урамдағы бысраҡ соҡор кеүек, әгәр уға барһаң, үҙең бысранаһың. Әгәр ул ғәйбәтте йөрәгеңдә йөрөтһәң, ул һиңә зыян килтерә, әгәр Аллаһҡа тапшырып, онотһаң, һөйләүсегә зыян килтерә. Аллаһҡа тапшырыусы: «Йә Раббым! Ошо әшәке телле кешенең һүҙенән Һиңә һыйынам», – тиер. Артабан, әлбиттә, ул кешене, ҡыйын булһа ла, ғәфү итеү. Иблис әйткән, был доньяла минән дә гонаһлыраҡ кешеләр бар (риүәйәт), кемдәр тигәс, кешене ғәфү итмәүселәр, тигән. Аллаһу Тәғәлә ғәфү итә, хатта гонаһын сауапҡа алыштыра, ә бәндә – юҡ, мин ғәфү итмәйем, ти. Бәндә маҡтанып, тәкәбберләнеп, мин-минлеген күрһәтеп, үҙен Аллаһтан өҫтөн ҡуя. Аллаһу Тәғәлә барыбыҙҙы гонаһтарҙан Үҙе һаҡлаһын!

 

Рәхимйән Ғәләүетдинов әҙерләне

Белорет районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...