Тәкәбберлегеңде аҡылың менән ең!

Тәкәбберлегеңде аҡылың менән ең!

Әҙәм балалары, аңғармаҫтан, әленән-әле тәкәбберлек тоҙағына эләгеп ҡуя. Уны шунда уҡ абайлап, урап үтергә мөмкинме икән? Боронғоларҙың хикмәтле һүҙе ярҙам итәсәк беҙгә. Халыҡ аҡылы – үткер әйтемдәрҙә, улар һаман да беҙҙе тәрбиәләй, илһам бирә, әһәмиәтен юғалтмай.

 

Үҙен-үҙе белмәгән – танауын күккә сөйгән

Бер кемгә лә сер түгел, тәкәббер, эре кеше менән аралашыуы ныҡ ҡыйын. Һүҙе менән генә түгел, тотошо менән дә ул үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатларға теләгән кеүек. Йәнәһе, ул ғына яҡшы, аҡыллы, уңышлы, һәләтле һәм башҡалар.

Тәкәббер кеше менән әңгәмә ҡороу бөтәһенең дә кәйефен боҙа. Сөнки үҙен барыһынан өҫтөн ҡуйған ғорур кеше менән аралашҡандан һуң, быға ҡәҙәр ваҡ ҡына кеүек күренгән проблемаң филдәй ҙурайып китә лә, был бәндә алдында уңайһыҙлана башлайһың, күрә алмаҫ сиккә етәһең.

Маҡтансыҡ һәм эрекәстең һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәгән, ҡупырыҡтарҙы тыныс ҡына ҡабул иткән әҙәмдәр ҙә бар, шөкөр. Әммә уларҙы ла маҡтансыҡтың хәбәрен тыңлап, үҙҙәре менән ҡәнәғәтһеҙлек, көнләшеү ише тойғоларҙың ғазаплай башлауы бар. Билдәле булыуынса, был тойғо көнләшеп ҡараған кешегә лә, көнләшеүенең объектына ла зыян итә. Был осраҡта – маҡтансыҡ һәм тәкәббер кеше өсөн зыяны күберәк. Сөнки, мин-минлеге арҡаһында, көнсөл кеше ысын дуҫтарын юғалта, электән ҡатышып йәшәгән яҡындарынан ваз кисә, шулай уҡ уның үҙен дә дошман итеп күрә башлайҙар.

 

Тәкәбберлек – ахмаҡлыҡ

Мин-минлек үҫеште тотҡарлай. Ундай кешенең күңеле файҙалы ғилемде, зирәк фәһемде ҡабул итә алмай. Ундай кешелә белемгә ынтылыш юҡ.

Күңеле алсаҡ, йөҙө асыҡ булғандың ғилем юлы баҙыҡ, уңышлы, һәм ул хәтер шәплегенә, үҙенең өлкәһендә бай тәжрибә алыуына, юғары вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, белеменең сикле булыуын, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтен таный. Ә был тәкәббер кеше өсөн иң ауыры. Ниҙер белмәүен белгертеү − уның өсөн үлемгә тиң. Ул бит үҙе тураһында юғары фекерҙә!

Һөҙөмтәлә, тәкәббер байғош Ғаләмдәр Хужаһының күп ниғмәттәрен һанға һуҡмай, Уныҡы итеп ҡабул итмәй. Мәҫәлән, кәңәш биреүсе кеше унан ярлыраҡ йәки йәше буйынса кесерәк булһа, ул уның һүҙен тыңлап та тормай. Күңелһеҙ хәлгә тарыһа ла, фәһем алмай, минең һымаҡ шәп кешенең барыһы ла ал да гөл булырға тейеш, бында тағы ла миңә ниҙер ҡамасау итте, тип күңеле ҡырыласаҡ. Бындай исемлекте дауам итергә мөмкин... Әммә быларҙың барыһы ла кешенең һауалы булыуына ишара.

Үҙен барыһынан өҫтөн ҡуйған кешенең үҫеше туҡтай. Билдәле ки: бейек тауға үрмәләгән кеше, туҡтап ҡалһа, кире аҫҡа тәгәрәй.

 

Тәкәбберлек – бәләгә ишек

Ағас емешенән, әҙәм ҡыланышынан билдәле. Үҙен һауалы тотҡан кеше әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Бындай холоҡтоң ниндәй һөҙөмтәгә алып килеүен, үҙенең рухиәтенә, йөрәгенә зыян килтереүен аңларға теләмәй был бисара.

Аллаһтан аҡыл бирелгән кеше тәкәббер булмаҫ. Һауалының иманы ла зәғиф була, тиҫкәре сифаттары йөрәгенә насар йоғонто яһай. Һау-сәләмәт сағында матди донъя менән мауығып, йәнен «рухиәт алдаҡсылары» (төрлө шөғөлдәр, сәйәхәт, кешеләр алдында дан-шөһрәт яулау) менән ҡәнәғәтләндерә. Ысынында, уларҙың файҙаһы әҙ, ыңғай тәьҫире ваҡытлыса һәм тиҙ үтеүсән. Ошоларға әүрәп йәшәгән кеше, эшен юғалтһа, йә ауырып китһә, яҡындарынан зыян күреп, бәләгә тарыһа – был «алдаҡсылар» көсһөҙ булып сыға. Күңелһеҙ ваҡиға ундай кешене шунда уҡ бөгөп һала, ғорур аҡылы төшөнкөлөккә дусар итә. Матди донъяға мөкиббән булып йәшәгән тәкәббер кеше өмөтһөҙлөк упҡынына осоп төшә, терәк-таяуһыҙ ҡала. Иң ҡурҡынысы – иманһыҙ йөрәгендә бушлыҡ тойғоһо оялай. Шуға күрә рух ныҡлығы, көс сығанағы юҡ һауалы кешелә.

Бындай мәғәнәһеҙ тормоштан ни фәтеүә? Ошондай саҡта Аллаһу Тәғәлә ғорур кешене – йә мин-минлегең арҡаһында юҡҡа сығаһың, йә тәкәбберлегеңдән һауығып, тәүбә итеп, Хәҡиҡәткә киләһең, тигән һайлау алдына ҡуя.

Ғорурҙар араһында Аллаһты бөтә Ғаләмдең Хужаһы итеп танығаны ла бар. Тик ундайҙарға, ярҙам һәм яҡлау һорап, Уға ялбарыуы анһат түгел.

Аллаһҡа доғалар менән ялбарыу – рухи терәк. Был – Уның Ҡөҙрәтенә инаныу ҙа, Уның Рәхимлегенә өмөт тә, көсһөҙлөгөбөҙҙө һәм ярҙамға мохтажлығыбыҙҙы таныу ҙа. Әммә быларҙың барыһына ла ғорурлыҡ тойғоһо ҡамасаулай.

Уңыштары һәм еңеүҙәре артында тик үҙен күргән кешегә был ҙур зыян килтерә, ошо сиренән мөмкин тиклем тиҙерәк һауығырға кәрәк уға.

Аллаһҡа ихлас күңелдән ялбарыу, Уға үҙ мохтажлығыңды белдереү –тәүфиҡ асҡысы. Сөнки бөтә нәмә тик Раббыбыҙ менән булдырыла. Ошоно иҫенән сығармай, Уға рәхмәтле булған бәндәне Аллаһ ﷻ ошо аяуһыҙ һыҙаттан һаҡлай, ихлас ғибәҙәт ҡылырға киң мөмкинлектәр бирә, күңелен тынысландыра.

 

Гүзәл Ибраһимова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...