Фәһемле хәл

Фәһемле хәл

Фәһемле хәл

Һәр кеше үҙенең көсөн (энергияһын) көсәнмәй генә икенсе кешегә бирә ала. Нисек тиһегеҙме?

Бер ваҡыт супермаркетта, әйберҙәр алып, түләр өсөн сиратҡа баҫҡанымда, эшләп торған берҙән-бер кассаға ниҙер булды: аппарат эштән сыҡты. Боҙоҡ касса арҡаһында сиратта халыҡ күбәйҙе. Араларында кассир ҡыҙыҡайға ризаһыҙлығын, асыуын белдереүселәр ҙә байтаҡ ине. «Техниканы ҡасан йүнәтерҙәр икән?», «Хәҙер ваҡытыбыҙҙы әрәм итеп, ошонда һерәйеп торайыҡмы, бер сәғәт көтөргә кәрәк булһа, нишләрбеҙ?» − тип, төрлө яҡтан һорауҙар яуҙы. Сиратта берәү генә тыныс булды, өндәшмәйсә, сабыр ғына тора бирҙе.

Был күңелһеҙ хәлдән борсола, йонсой башлаған кассир һәр береһенә көттөрөүҙең сәбәбен ипле генә аңлатырға тырышты, сабыр итергә әйҙәне. Бер мәлгә лә тынмаған һорауҙарға яуап биреүҙән, хеҙмәтләндереү шарттары менән ҡәнәғәт булмағандарҙың тәнҡитенән тамам хәле бөттө, ахырыһы, ҡыҙҙың арҡаһы күҙ алдында бөгөлгәндәнбөгөлдө. Ниһайәт, аппарат эшләп китте. Берҙән-бер тыныс ҡалған баяғы ирҙең сираты еткәс, күрәһең, был ҡыҙҙың күңелен күтәрергә, уға көс өҫтәргә теләгәндер, һүҙҙәре ихлас яңғыраны: «Һеҙҙең сыҙамлыҡҡа һәм ныҡышмаллыҡҡа һоҡланам.

Ысынлап та, бик ҡыйын хәл килеп тыуҙы. Мин һеҙҙең нисек тырышҡанығыҙҙы, түҙемле, әҙәпле булыуығыҙҙы күрҙем. Килеп тыуған хәлдә һеҙҙең бер тамсы ла ғәйебегеҙ юҡ. Шундай ҙур һәм мөһим эш башҡарыуығыҙға рәхмәт Һеҙгә! « − тип әйтеп һалмаһынмы! Шундай ихлас һүҙҙәрҙе тыңлағас, мине лә аңлаған кешеләр бар икән, типтер инде, кассир еңел һулап ҡуйҙы. «Рәхмәт, әлеге мәлдә тап шундай һүҙҙәр кәрәк ине миңә”, − тип йылмайҙы ҡыҙ. Сиратым еткәс, кассир мине хеҙмәтләндерҙе. Әйберҙәремде пакетҡа тултырып, алға бара биргәс, йәнә кассирға әйләнеп ҡараным. Йәш ҡыҙҙың хәрәкәттәре ҡыйыу, арҡаһы төҙәйгәйне инде. Был аҫыл, мөрәүәтле ир уға үҙенең энергияһын (көсөн) биреп сығып киткән. Еңел генә кәрәкле һүҙҙәр табып, уны күҙ алдыбыҙҙа терелтеп ебәрҙе!

Касса артында ултырған һылыуға ғына түгел, әле генә сыр-сыу килешкән кешеләргә лә матур үрнәк күрһәтте ул һәм барыбыҙға ла үҙенең һәйбәт энергияһын ҡалдырып китте. Ә һеҙ, һеҙ бер-ике яғымлы һүҙ менән кешенең күңелен күтәреп ебәрә алаһығыҙмы? Әлбиттә, был барыбыҙҙың да ҡулынан килә. Барығыҙға ла яҡшы энергия өләшеп һәм алып йәшәргә яҙһын, ҡәҙерле уҡыусылар!

РЕНАТ ДУБКИНСКИЙ

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...