Һөйөүгә сарсау

Һөйөүгә сарсау

Һөйөүгә сарсау

Был донъяның ваҡытлы, ғүмерҙең сикле икәнен Юлиә мәктәпкә барғансы белә ине. Белһә лә, бер яңылыҡ уны ныҡ һеңгәҙәтте, бер нисә көнгә ашауҙан яҙҙырҙы, тиһәк, яңылышмаҫмын. Юлиәнең беренсе синыфта уҡыған сағы ине. Кисә генә коридорҙа һин дә мин күңелле итеп уйнап йөрөгән малай аҫылынған икән. Ауыл гөж итеп торҙо. Таралған хәбәрҙән 9 йәшлек баланың атаһы тарафынан кәмһетелеп йәшәгәне билдәле булды. Юлиә лә үҙенең тиҫтерен йәлләне, шундай аҙымға барыуын аңларға тырышты. Бәләкәй генә, тимәгеҙ, башы эшләй ҡыҙыҡайҙың. «Яңғыҙлыҡтан киткәндер, ахырыһы”, – тигән һығымта яһаны. Донъяның матурлығын тойоп та өлгөрмәгән бахыр баланы һуңғы юлға оҙатырға Юлиәнең ата-әсәһе лә барҙы. Өйгә ҡайтҡас, кискеһен ошо турала улар оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Һүҙ ыңғайы ғүмерен үҙ ҡулдары менән өҙгән бер уҡыусы ҡыҙҙы иҫкә төшөрҙөләр. Баҡтиһәң, уны әсәһе ҡан илатҡан, ныҡ рәнйеткән булған.

80-се йылдар әле атеизмдың, дарвинизм, материализм кеүек яңылыш идеологияларҙың сәскә атҡан ваҡыты ине. Мәктәптә Юлиәгә, уның синыфташтарына үлем менән бөтә нәмәнең тамамланыуын тыҡынылар, шуны тыңлаған бала-сағаның ҡото осто, шуға ла ҡурҡыныс нәмә тураһында һүҙ ҡуйыртырға яратманы улар. Хәйер, өлкәндәр ҙә был теманы урап үтергә тырышты. Был матур донъяны ташлап билдәһеҙлеккә, бушлыҡҡа ашыҡҡан кешеләрҙе аңлай алманы Юлиә. Шул уҡ ваҡытта үҙенә урын таба алмаған йәндәрҙе аҡланы: «Күрәһең, һөйөү һәм ярҙамдан мәхрүм булып, өшөп йәшәгән был бахырҙар.» Үҙе лә йылы һүҙгә, наҙиғтибарға мохтаж ине. Үҫмер саҡта был тойғо тағы ла көсәйҙе.

Ата-әсәһе көн оҙоно эштә, Юлиә, йыш ауырығас, башлыса гел өйҙә, япа-яңғыҙы ине. Әсәһе эштән ҡайтыуға йорттоң бола, иҙәндә сүп булыуын күрһә, инеү менән ҡысҡыра башлай: «Кемгә оҡшап, шундай әрпешһең, ана күршенең ҡыҙы емертеп эшләй, ҡулынан бөтәһе лә килә, әсәһе өйгә ял итер өсөн генә ҡайта, ә һин, һаман да китабыңды ҡосаҡлап ултыраһыңмы, эшкинмәгән!» Юлиә таҙалыҡты яратһа ла, өй эшен ашыҡмайса, яйлап башҡарыуҙы хуп күрә, әсәһе һымаҡ бер туҡтауһыҙ иҫкә төшөрөүҙәрен дә яратмай. Нишләптер әрләгән һайын киреһен эшләп торғоһо килде. Әсәһе кеше ҡыҙҙарын маҡтауҙан туҡтаманы, Юлиәнең ауыртҡан «һөйәле»нә лә баҫҡылай ине: «Кемгә оҡшап шундай йәмһеҙһең һин? Беҙҙең тоҡомға тартмағанһың шул!» Ауыл ерендә хәбәрҙең йәшен тиҙлегендәй таралыуын белгәнгә күрә, әхирәттәренә лә хәлторошон күрһәтмәне, асылырға ашыҡманы Юлиә.

Һөйөүиғтибарға сарсаған үҫмер ҡыҙҙың башында мең төрлө уй сыуалды. Күңелендә был донъянан китеү теләге ҡасан яралғанын Юлиә һиҙмәй ҙә ҡалды. Шунан ҡул һалыуҙың төрҙәрен байҡай башланы: ауыртмаһын, йөҙө, кәүҙәһе класташтарын ҡурҡытырлыҡ булмаһын һәм башҡалар. Күрәһең, үҙен аяу хисе көслө булған Юлиәлә, шуға ла ҡурҡыныс һыҙыҡ аша атларға ашҡынманы ул. Әммә еңел үлем көҫәү һаман да бар ине. Бер көндө әсәһе әрләп, йоҙроҡтары менән ҡыҙына ташланғас, ғәрлеге, асыуы хаттин ашҡан Юлиә аҙбарға йүгерҙе. Тышта һыуыҡ, ҡар ята, ҡыҙ еңел кейемдә, тәпешкәлә генә. Әсәһе артынан ҡалмай, йоҙроҡтарын һелтәй-һелтәй, һаман әрләшә. Һарай эсендә ятҡан арҡанды ҡулына алып, Юлиә: «Бер нәмәм дә оҡшамай икән, хәҙер аҫылынам!

Мин киткәс, башың тыныс булыр!» – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрә. Әсәһе ҡапыл тынып ҡалды, йөҙө буҙарҙы, үҙе ҡалтырап төштө.Үҫмерҙең аҡырыуына һарыҡтар ҡурҡып, урын таба алмай, йүгерешә башланы. Һыйырҙар ғына урындарынан ҡымшанманы, көйшәүен белде. Үҙенең шаштырып ебәргәнен шунда ғына аңлап ҡала Юлиә һәм телен арҡыры тешләй. Был донъя менән хушлашҡыһы килмәй уның! Әсәһе лә уҫал түгел, ялҡау ҡыҙҙы кем үҫтергеһе килһен! Үҙе ғәйепле, үҙе арҡыры! «Атаәсәйем үлеп ярата бит мине, минең өсөн ғүмерҙәрен бирергә әҙерҙәр!” – тип талпынды Юлиәнең күңеле. Тағы ла кескәй башында: «Мин бит мөхәббәтемде лә осратманым әле, әсә бәхетен татымағанмын. Һөйөклө йәремдән мотлаҡ өсәүҙе, юҡ, дүртәүҙе табасаҡмын. Минең һымаҡ яңғыҙ үҫмәһен балаларым!» – тигән күтәренке уйҙар ояланы.

Хәҙер Юлиәгә бала сағындағы яман ниәттәре, ҡылыҡтары, холоҡһоҙлоғо өсөн ныҡ оят. Шул насарлыҡты бойомға ашырмауына ҡыуанып бөтә алмай. Аллаһу Тәғәләнең был бәләнән аралағанына шөкөр итә. Өс балаһын да һөйөүгә сорнап, һүҙ менән дә, ҡарашы менән дә кәмһетмәй тәрбиәләргә тырыша. Үҫмер сағын асыҡ хәтерләй ул. Шуға ла йән өшөткөс аҙымға барғандарҙы шул тиклем ҡурсалағыһы килә. Упҡын ситенә уларҙы һөйөүгә сарсау, яңғыҙлыҡ этәргәнен яҡшы аңлай Юлиә.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...