Экземаны дауалау

Экземаны дауалау

Мәғлүмәт биреүсе: Әбйәлил районынан Мәрғүбә әбей. Уның атаһы Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡып, дауалау ысулдарын өйрәнгән. Ҡыҙына ла өйрәтеп ҡалдырған.

Был дауалау сеансын атҡарыр алдынан, башта ниәт әйтеп, ике рәкәғәт хәжәт намаҙын уҡырға кәрәк. Шунан аҙаҡ, уртаса ҙурлыҡтағы ҡулъяулыҡҡа кәзә йәки һарыҡ малының эретелгән майын бал ҡалағы ярҙамында йәйеп һалаһың.Тилебәрән орлоғон май өҫтөнә мул ғына итеп һибергә. Шуны рулет һымаҡ итеп урағас, айырым тәрилкәгә һалырға.Еҫе ҡырҡыу, үҙе ағыулы үлән булғанлыҡтан, соланға, йәки, тышҡа сығырға кәрәк буласаҡ. “Фәтихә”,”Аятел Көрси”,”Фәләҡ”,”Нәс” сүрәләрен уҡығас, ниәтеңде әйтеп, тыныңды рулет өҫтөнә өрәһең. Шунан аҙаҡ, шырпыны тоҡандырып, рулет осон яндыраһың. Аҡ төтөн сыға башлағас, ауыртҡан ағзаңды шул төтөнгә ҡуйырға. Ун биш минут самаһы тотҡас, йәғни, дауаланыу сеансы тамамланғас, һамаҡлау йолаһын үтәйһең:

Ерҙән килһәң, ергә кит,

Күктән килһәң, күккә ос,

Ел менән осоп килһәң, елгә ос…

Тәрилкә өҫтөн тимер һымаҡ нәмә менән ҡапларға.

Эске ағзалар ауыртҡанда, биш литрлык биҙрә өҫтөнә таҡта һалып, уға бәҙрәфтәге һымаҡ тишек уялар. Шуның тапҡырына әлеге тилебәрән үләне яндырылған һауытты ҡуялар. Төтөн менән ыҫлау ауыртҡан ереңде дауаларға ярҙам итә.

Зөбәйҙә Ҡәләмова яҙып алды

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...