Мумиё – универсаль продукт

Мумиё – универсаль продукт

Был шифалы продукт тураһында Давуд Антаки былай тип яҙа: «Мумиё грек теленән тәржемә иткәндә «тәнде һаҡлаусы» тигәнде аңлата, уның шифалы көсө ҡырҡ йыл дауамында һаҡлана».

 

Мумиёны түбәндәге ауырыуҙарҙа ҡулланалар: баш ауыртыу, баш өйәнәге (мигрень), фалиж (паралич), бит нервыһы фалижы, астма, тын ҡыҫылыу, туберкулез, ашҡаҙан һәм бауыр көсһөҙлөгө, һары ауырыуы, асцит, талаҡ (селезёнка), бәүел ҡыуығы сирҙәре, һөйәк һәм быуындар һыҙлауы. Уны төрлөсә, бигерәк тә ас ҡарынға һәм майҙа эретелгән килеш ҡулланалар. Мумиё һынған һөйәктәрҙең тиҙерәк тоташыуына булышлыҡ итә, шулай уҡ сыҡҡан быуынды ултыртҡандан һуң да ҡулланырға мөмкин. Тәҡдим ителгән дозаһы 200 миллиграмдан (0,2 г) 3 грамға тиклем.

Мумиё ярҙамында дауалай торған ауырыуҙарҙың киң исемлеге уның уникаль клиник эффекты менән аңлатыла: ул организмдың һаҡлау көстәрен әүҙемләштерә һәм уның регенератив (ҡабат тергеҙеү) процестарын тиҙләтә. Ул организмда минераль матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә, ҡан сос-тавында, һөйәктең ҡоролошонда мөһим роль уйнаған кальций, калий, фосфор тоҙҙары миҡдарын арттыра. Уның йоғонтоһо аҫтында ҡанда эритроциттар һаны арта һәм гемоглобин миҡдары күтәрелә. Мумиё ревматик процестарҙы юҡҡа сығара, тығындарҙы аса, шештәрҙе шиңдерә.

Мумиё нервы эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Веналар киңәйгәндә. һәм тромбофлебит булғанда ярҙам итә. Мумиёны ҡабул итеү ашҡаҙан юлына һәм ашҡаҙан стеналарына яҡшы йоғонто яһай. Шулай уҡ регенератив процестарҙы әүҙемләштерә, иммун системаһын һәм бөтә организмды нығыта.

Мумиёны һыуҙа, һөттә, балда һ.б. иретеп эсергә мөмкин. Әҙер шыйыҡсаны артабан һыуытҡыста ябыҡ һауытта һаҡларға мөмкин, әммә ҡулланыр алдынан ғына әҙерләнгән шыйыҡса һәйбәтерәк һанала.

Мумиёны сир ваҡытында ҡулланылған дарыу үләндәре, тамырҙар менән бергә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Халыҡ медицинаһында мумиёны бойҙай бөртөгө дәүмәлендә (0,2-0,3 г) бүләләр һәм тәүлегенә 1-2 тапҡыр иртән һәм йоҡлар алдынан эсәләр. Хәл насарайғанда, дозаны ике тапҡырға кәметергә кәрәк. Мумиёны уртаса дозала ҡулланыуға ҡаршы күрһәтмәләр юҡ, тиерлек.

 

Профессор И. П. Неумывакин китабы буйынса мумиёны ҡулланыу рецептары

Бронхиаль астманан айырыуса татлы тамыр (солодка) төнәтмәһендә иретелгән мумиё ярҙам итә. 500 мл татлы тамыр төнәтмәһендә 0,5 г мумиёны иретергә. Көнөнә 1 тапҡыр, иртән 200 мл төнәтмә эсергә. 8 йәшкә тиклемге балаларға порцияны кәметергә. Эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға. Дүрт көндән һуң яңыһын әҙерләргә.

Быуындар ауыртҡанда: 0,5 г мумиёны 100 г шыйыҡ бал менән бутарға һәм төндә быуынға компресс яһарға кәрәк. Иртәнге аштан бер сәғәт алда 0,2 г мумиё ҡабул итергә. Курс 10 көн дауам итә, тәнәфес − 5 көн. Дауалау өсөн 2-3 курс талап ителә.

Өҫкө тын юлдары елһенгәндә. һәм бронхит менән сирләгәндә: 0,2-0,3 г мумиёны киске аштан һуң 3 сәғәт үткәс, йәки ашар алдынан 30-40 минут алда, иреп бөткәнсе, ауыҙҙа тоторға кәрәк, унан һуң 0,5 стакан баллы һөт эсеп, 40-50 минут булһа ла, йоҡлап алырға ҡушыла.

 

Мөхәммәт Дибиров

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...