Ултырыш нервыһының ҡуҙғыуы

Ултырыш нервыһының ҡуҙғыуы

Ултырыш нервыһының ҡуҙғыуы

Ултырыш нервыһының (седалищный нерв) ҡуҙғыуы – билдәге, ултырыштағы, аяҡтарҙағы һыҙланыуҙың эҙемтәһе.

 

Ултырыш нервыһы – тәндәге иң ҙур нервыларҙың береһе. Башҡа нервыларға ҡарағанда ул йышыраҡ ҡуҙғый. Уның тәғәйенләнеше аяҡтарҙың хәрәкәтен һәм һиҙемлеген контролдә тотоу. Был нерв аяҡтың буйынан-буйына һуҙылған, шуға ул ҡуҙғыһа, бөтөн аҫҡы тән өлөштәре ауырта.

Әнәс ибне Мәлик  еткереүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ултырыш нервыһының ҡуҙғыуынан дауа һарыҡтың ҡойроҡ майында. Уны иретеп, өс өлөшкә бүлергә һәм иртәнсәк ас ҡарынға бер өлөшөн эсергә крәк», – тип әйткән. Әнәс : «Мин был дауалау ысулын өс йөҙҙән ашыу кешегә тәҡдим иттем һәм уларҙың барыһы ла һауыҡты» – тигән. (Ибне Мәджәһ)

Икенсе хәҙистә: «Кем һарыҡтың ҡойроҡ майын һатып ала йәки уға уны бүләк итәләр икән, ул уны өс өлөшкә бүлеп, өс көн эсендә ас ҡарынға ашаһа, ултырыш нервыһын дауалар. Ул майҙы иретеп, эсергә була йәки иретмәйенсә, ашарға мөмкин», – тип әйтелгән. (әт-Табәрани)

 

Һарыҡ майын ҡулланыу рецептары

Урта ҙурлыҡтағы һарыҡтың (хәҙистә «ҙур ҙа түгел, бәләкәй ҙә түгел» тиелгән) һәм бигерәк тә яланда көтөлгән һарыҡтың ҡойроҡ майын алырға. Уны иретеп, өс өлөшкә бүлеп, өс көн эсендә ас килеш эсергә һәм ауыртҡан урынға шул майҙы һөртөргә. Ирегән майҙы бал менән ҡушып һөртһәң, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ.

Шулай уҡ талғын утта тоҙҙо йылытып, ауыртҡан урынға өс сәғәткә һалырға тәҡдим итәләр. Шулай өс тапҡыр эшләү шифаһын бирәсәк.

 

Ултырыш нервыһын икенсе ысулдар менән дауалау рецептары

Мастика, тоҙ, куркуманан эшләнгән ҡатнашма ярҙам итергә тейеш. Барыһын да ваҡлап, талғын утта зәйтүн майында ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡуҙғыған урынға һөртөргә кәрәк. Шулай уҡ уны быуындар һыҙлағанда, арҡа ауыртҡанда ҡулланырға мөмкин.

Гармала орлоғо ла нервыларҙы яҡшы дауалай. Унан тыш гармала орлоҡтары ҡанды таҙарта, эпилепсиянан, мигрень һәм башҡа нервы ауырыуҙарынан ярҙам итә.

Иртәнсәк ашар алдынан 5-7 гр (1 бал ҡалағы) 12 көн эсендә ашарға кәрәк. Шулай уҡ бер-ике киҫәк һарымһаҡты 12 көн буйы аш алдынан ашарға тәҡдим ителә.

Кер һабыны менән ҡынаны 1/1 пропорцияһында ҡушып ултырыш нервыһы ҡуҙғығанда, тубыҡ ауыртҡанда һөртөргә була.

Шулай уҡ ауыртҡан ергә медицина белгестәренән һөлөк һалдырырға йәки хиджама эшләтергә була. Мәккә сеннаһын эсеп, тәнде таҙартырға мөмкин.

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...