Һоло төнәтмәһе

Һоло  төнәтмәһе

Һоло  төнәтмәһе

Һоло – киң таралған ҡыяҡлы-ларҙың береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы раҫлауынса, ул туҡлыҡлылығы һәм энергетик әһәмиәте яғынан иттә, йомортҡала, һөттә булған аҡһымды алмаштыра ала. Һоло ризыҡтарын даими ҡулланғанда, организмда холестерин туп-ланыуын һәм атеросклерозды, матдәләр алышыныуын, ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәрен иҫкәртергә була.

 

Төнәтмә әҙерләү ысулы ябай ғына. Таҙартылмаған һолоно, 1:10 иҫәбенән, һалҡын һыуға һалып, тәүлек әйләнәһенә төнәтергә һәм һөҙөргә кәрәк. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан ярты йәки бер стакан эсергә тәҡдим ителә.

Радикулит йәки быуындар һыҙлағанда, 1-1,5 килограмм яңы һоло һаламын 5 литр һыуҙа 30 минут ҡайнатып, ошо төнәтмә ҡушылған 37-38 градуслы һыуҙа 10-15 минут ванна инергә була. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр инеү тағы ла файҙалыраҡ.

Ҡаты йүтәл, бронхит булғанда, үпкәгә һыуыҡ тейгәндә, 1 стакан таҙартылған һолоно 1 стакан яңы һауылған һөттә ҡайнатырға, һуңынан ошо эсемлекте 30-40 минут духовкала тоторға кәрәк. Балаларға – ярты, өлкәндәргә 1 стакан йылы килеш көн дауамында һәм төнгөлөккә бирергә мөмкин.

Аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланғандарға, ныҡ арығанда, нервы системаһы ҡаҡшағанда, һөттә төнәтелгән һолоға бал ҡушып эсергә була.

5 стакан һыуға 1 стакан һоло һалып, кеҫәл хәленә еткәнсе (һыуҙың яртыһы бөткәнсе) ҡайнатырға, һөҙөп алып, ике стакан һөт ҡушып, тағы ҡайнатып сығарырға һәм 2 аш ҡалағы бал ҡушырға кәрәк. Был эсемлекте йылы килеш көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә кәңәш ителә.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...