Картуф һуты

Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.

 

Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға ла һут менән терапия үткәрергә тәҡдим ителә. Йөклө ҡатындарҙа үҙәк көйөү, токсикоз булған осраҡтарҙа файҙалы. Яңы тыуған сабыйҙарҙың эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һалғанда, әсәһенең һөтө аша ыңғай тәҫьир иткән осраҡтар йыш күҙәтелә.

Картуф һуты менән дауаланыу июль айынан сентябргә тиклем отошло. Декабрь айынан картуф составында соланин арта, йәшәрә башлағанды ҡулланырға ярамай.

Һутты ҡулланыр алдынан ғына эшләргә кәрәк. Бер стакан һут өсөн 3-4 яҡшылап йыуылған, уртаса ҙурлыҡтағы картуф кәрәк. Турағыс йәки һут һыҡтырғыс аша үткәреп, бер нисә ҡат марля аша үткәрәбеҙ һәм 2-3 минут тонғанын көтәбеҙ.

Гастрит булғанда, дауаланыу курсы 60-90 көн. 10 көн һайын 2 аҙна ял итеп алабыҙ. Ашар алдынан 120 мл һут эсәбеҙ, ярты сәғәттән һуң ашарға мөмкин.

Ашҡаҙанда сей яра (язва) булғанда дауаланыу ваҡыты 20 көн. Һуттың күләмен яйлап арттырабыҙ: тәүге ике көндә 50 мл, 2 көн 100 мл, бишенсе тәүлектә күләмде 150 мл еткерәбеҙ. Төшкө һәм киске аш алдынан эсәбеҙ.

Панкреатит булғанда һутты ас ҡарынға 250 мл эсергә тәҡдим ителә, был аш һеңдереүҙе еңеләйтә һәм ауыртыуҙы баҫа.

Үҙәк көйгәндә, эскә газ йыйылғанда, дауаланыу өс циклда үткәрелә, 10 көн эскәс, 10 көн ял. Иртәнге аш алдынан 125-әр мл картуф һәм кишер һуттарын ҡушып, коктейль эшләп эсеү яҡшы.

Диабеттан дауаланғанда ла ыңғай һөҙөмтәләр бар. Дауаланыу курсы 2-3 ай, шул тиклем үк арауыҡта ял. Тәүлегенә ике тапҡыр ашар алдынан 125 мл һут эсергә кәрәк. Тештәрҙең эмален һаҡлау өсөн, һутты эскәс, ауыҙҙы сайҡатырға кәңәш ителә.

Биткә һытҡылар сыҡҡанда, ярты стакан картуф һутына бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ике аҙна компресс эшләргә, һипкелдәр һәм биттә таптар булғанда, 1:3 иҫәбенән лимон һуты ҡушып һөртөргә була.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...