Ни өсөн уң яҡ ҡабырғала йоҡларға кәрәк?

Ни өсөн уң яҡ ҡабырғала йоҡларға кәрәк?

Пәйғәмбәребеҙ әйткән ҡиәфәттә йоҡлау сөннәт булып һанала, уның күркәм өлгөһөнә эйәреү булып тора. Медицина күҙлегенән ҡарағанда ла, был торошта ятыу һаулыҡҡа туранан-тура тәъҫир итә. Ошо хәлдә йоҡлау, тәндәге бар ағзаларға файҙалы һәм улар яҡшыраҡ эшләй..

Пәйғәмбәребеҙ бер ҡасан да буш, файҙаһыҙ нәмә еткермәгән. Шуға күрә мосолман, йоҡо әҙәптәрен үтәп, Пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә эйәрә һәм бының өсөн ул Раббыһынан әжерен алыр, һөҙөмтәлә, ике донъяла ла бының файҙаһын күрер. Әл-Бәра ибне Ғәзибтән риүәйәт ителеүенсә, ул Пәйғәмбәребеҙҙең : «Әгәр йоҡларға ятҡың килһә, намаҙға әҙерләнгән кеүек, тәһәрәт ал һәм уң яғыңа ят», − тип әйткәнен ишетә (Әл-Бохари, Мөслим, Әбү Дауд).

Медицина өлкәһендәге фәнни тикшереүҙәр буйынса, һаулыҡҡа файҙалы булған иң яҡшы йоҡо − ул уң яҡта йоҡлау. Билдәле булыуынса, кешенең һул үпкәһе уң яҡҡа ҡарағанда бәләкәсерәк, шуға күрә лә уң ҡабырғала ятыу йөрәккә төшкән ауырлыҡты кәметә. Бауыр ҙа был саҡта үҙ урынында, тотороҡло хәлдә була (“эленеп” тормай), һәм ашҡаҙан да уның өҫтөндә тейешле физиологик хәлендә ятасаҡ.

Йөрәккә килгәндә, ул күкрәктә бик үк вертикаль хәлдә тормай. Ул аҫ яҡтан әҙ генә һулға табан ауышҡан, ә өҫтән − ун градусҡа уң яҡҡа ауыш. Шулай итеп, уң яҡта йоҡлау йөрәктең һул яҡ муҡсаһынан (ҡарынсығынан) ҡандың бөтөн тәнгә таралыуына булышлыҡ итә. Был йөрәкте тынысландыра, көсөргәнеште кәметә, сөнки һул яҡта йоҡлағанда, бар ағзалар йөрәктән түбәндә йәки уның кимәлендә була.

Шул уҡ ваҡытта һул яҡта ятыу йөрәккә көсөргәнеш бирә, сөнки уға, һул ҡарынсыҡтан (муҡсанан) ҡанды һурып, аортаға оҙатыу өсөн, өҫтәлмә көс түгергә кәрәк. Шуға ла йөрәк хәлһеҙлеге менән ауырығандарға уң яҡта йоҡларға тәҡдим итәләр. Уң яҡта йоҡлау кешене ҡайһы бер ауырыуҙарҙан һаҡлай, мәҫәлән, “кислотный рефлюкс” тигәндән.

Был ауырыуҙа, ашҡаҙанда булған кислота үңәс менән йотҡолоҡҡа барып етеү сәбәпле, ашҡаҙандың өҫкө яғы әсетә һәм ауыртыу барлыҡҡа килә. «Ислам сегодня» тигән журналда Мөхәммәт Мәхфүз исемле табиптың «Кислотный рефлюкс» тигән тикшереүҙәре баҫылып сыға. «Ошо ауырыу менән яфаланған 600- ҙан ашыу пациент ҡатнашлығында тикшереүҙәр үткәрҙем. Уларҙың 95 проценты уң яҡҡа боролоп йоҡламай», – тип яҙылған.

Пәйғәмбәребеҙҙ йөҙ түбән йоҡлауҙы тыйған. Әбү Зарра Әл-Ғифариҙан еткерелгән: «Мин йөҙ түбән ята инем, шул саҡ эргәмдән үтеп барған Пәйғәмбәребеҙ миңә аяғы менән ҡағылды һәм: «Эй, Джүнәйдәб! Ысынбарлыҡта, ошо рәүештә ятыу − Тамуҡ әһелдәренеке», − тине”. (Ибне Мәждә).

Ошо хәҙисте еткергән имам Әхмәд менән Әбү Дауд вариантында былай: “Пәйғәмбәребеҙ : «Ысынында, бындай торош Аллаһты асыуландыра», − тине”.

Медицина тикшереүҙәре иҫбатлауынса, йөҙ түбән йоҡлау һаулыҡҡа зарар килтерә. Тын алыуҙы ауырлаштыра, тын ҡыҫылыуҙы барлыҡҡа килтерә, ә был, үҙ сиратында, йөрәк менән мейенең эшмәкәрлегенә насар тәъҫир итә. Сөнки бындай торошта тән ауырлығы күкрәк ситлегенә баҫым яһай. Тикшеренеүселәр фекеренсә, оҙаҡ йылдар буйы йөҙ түбән йоҡлаған кешеләр йыш ҡына бөйөр ауырыуҙары һәм унда таш барлыҡҡа килеү менән яфалана. Шулай итеп, ысын мосолман Пәйғәмбәребеҙҙең ** йоҡоға ҡарата әйтелгән ошо күрһәтмәләрен, хатта уларҙың маҡсатын һәм мәғәнәһен аңламаһа ла, уларҙы үтәргә тырышасаҡ. Әлбиттә, уларҙың файҙаһын, мәғәнәһен белеү кешелә был сөннәт ғәмәлдәрҙе мотлаҡ үтәү теләген көсәйтәсәк.

НУРМӨХӘММӘТ ИЗУДИНОВ

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...