Фән намаҙ тураһында

Фән намаҙ тураһында

 

Кешенең физик һәм психик сәләмәтлегенә намаҙҙың ыңғай тәьҫир иткәнен бөгөнгө фән иҫбат иткән.

 

Һаулыҡ өсөн файҙалы аспекттарҙың бер нисәһе:

  1. Намаҙ уҡыусы сәләмәт тормош алып бара. Көндөң билдәле бер мәлендә уҡылған намаҙ эсендәге рөҡөндәр (поза) йөрәктең арыуын баҫа, кеше һүлпән булмай. Намаҙ ваҡыттары кеше организмында ҡан йөрөшөнөң яңырыу һәм тын алышының йәнләнеү ваҡыты менән тап килә.
  2. Көнөнә һикһән тапҡыр сәждәгә киткәндә, мейе ритмик рәүештә күп итеп ҡан менән тәьмин ителә. Шул сәбәпле намаҙ уҡыусылар араһында хәтере насар кешеләр аҙ.
  3. Намаҙҙағы хәрәкәттәр ҡан әйләнешен әүҙемләштерә. Был үҙ сиратында күҙҙәге ҡан баҫымын тигеҙләй, дымлылыҡты һаҡлай, катаракта кеүек күҙ ауырыуҙарына кәртә була.
  4. Намаҙҙағы изометрик хәрәкәттәр аш һеңдереү, үт бүленеү, ашҡаҙан аҫты биҙенең дөрөҫ эшләү, эс ҡатыуҙы иҫкәртеү, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында һәм юлдарында таш булдырмау кеүек процестарға бары тик ыңғай йоғонто яһай.
  5. Биш ваҡыт намаҙҙағы ритмик хәрәкәттәр артрозды, быуындарға тоҙ ултырыуҙы иҫкәртә, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һаҡлай.
  6. Тәнең сәләмәт булһын тиһәң, ул, һис шикһеҙ, таҙа булырға тейеш. Тәһәрәт, ғөсөл ҡойоноу – тән таҙалығы һәм рухи таҙалыҡ, уларҙан башҡа намаҙ үтәү мөмкин дә түгел.
  7. Намаҙ – йоҡоно көйләүҙә мөһим фактор.

Көндәлек биш ваҡыт намаҙҙа ун ете рәҡәғәт, һәр рәҡәғәттә ете рөҡөн. Йәмғеһе: көнөнә – 119, айына – 3570, йылына – 42840, ҡырҡ йылға (уртаса кеше ғүмере) – 1713600 рөҡөн тура килә.

Намаҙҙағы хәрәкәттәр эмфизема, йөрәк, ҡан тамырҙары, артрит, бөйөр, бәүел ҡыуығы, умыртҡа бағанаһы сирҙәренән, ишиастан, хәтер юғалтыуҙан һаҡлай һәм бик күп сирҙәрҙе иҫкәртә. Ә намаҙ уҡыу өсөн беҙҙән махсус ҡорамалдар ҙа, матди сығымдар ҙа талап ителмәй.

 

(Интернет селтәрҙәренән)

 

 

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...