Бүләк хаҡы

Бүләк хаҡы

Бер ваҡыт, мин әле үҫмер генә инем, атайым менән циркка билет алырға тип сиратҡа баҫтыҡ. Беҙҙән алда торған бер ғаилә миндә ҙур тәьҫир ҡалдырҙы.

 

Һигеҙ бала, бөтәһе лә 12 йәштән түбән. Кейгән кейемдәренә ҡарағанда, уларҙың бай түгеллеге күренеп тора. Әммә кейемдәре таҙа, бөхтә. Балалар үҙҙәрен бик тәртипле тота, ата-әсәләре артынан икешәрләп баҫҡандар ҙа клоундар, йәнлектәр тураһында йәнле итеп һөйләшәләр. Күренеп тора: улар быға тиклем бер ҡасан да циркта булмаған. Әсә кеше иренең ҡулынан тотҡан, ә тегеһе, балаларының шатлығына, ҡатынының бәхетле йөҙөнә ҡарап, йылмая.

Кассир ҡыҙыҡай ирҙән нисә билет алырға теләүен һораны. “Миңә балалар өсөн һигеҙ һәм өлкәндәр өсөн ике билет кәрәк”, − тине ир. Кассир билеттарҙың хаҡын әйтте. Хаҡты ишетеү менән ҡатын иренең ҡулын ысҡындырҙы, башы түбән эйелде. Ир кешенең ирендәре дерелдәне. Ул кассаның тәҙрәһенә нығыраҡ эйелде һәм, яңылыш ишетмәнемме икән, тигән һымаҡ, һорау бирҙе: “Күпме тип әйттегеҙ?” Кассир ҡыҙ билеттар хаҡын яңынан ҡабатланы.

Билеттар өсөн атай кешенең аҡсаһы етмәй. Нисек итеп ул хәҙер, боролоп, һигеҙ балаһына, циркка барырға аҡса етмәй, тип әйтергә тейеш?

Шул саҡ минең атайым (беҙ ҙә бай түгел инек) кеҫәһенән 20 долларлыҡ купюра килтереп сығарҙы ла иҙәнгә ташланы. Шунан ҡулдары менән теге кешенең яурынына ҡағылып: “Ғәфү итегеҙ, әфәнде, был һеҙҙең кеҫәгеҙҙән төштө”, − тине.

Ир кеше бөтәһен дә аңланы. Ул атайымдың күҙҙәренә тултырып ҡараны ла ике ҡулы менән уның ҡулдарын тотто һәм 20 долларҙы усына ҡыҫты. Сикәһенән күҙ йәше ағып төштө. Ҡалтыранған тауыш менән: “Рәхмәт, рәхмәт Һеҙгә! Был ысынлап та беҙҙең өсөн бик мөһим”, − тине, тулҡынланып.

Беҙ атайым менән машинабыҙ янына сыҡтыҡ һәм өйгә ҡайтып киттек. Теге 20 долларға үҙебеҙгә билет алырға уйлағайныҡ.

Ул кистә цирк ҡарай алмаһаҡ та, беҙ икебеҙ ҙә эсебеҙҙән шундай ҙур ҡыуаныс кисерҙек, ундай тойғоно бер ниндәй тамаша ла бирә алмаҫ ине. Тап шул көндө мин шатлыҡ өләшеүҙең ҡиммәтен, баһаһын аңланым.

 

Кэтрин Хепберн

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...