КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН

КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН

Дуҫыма бүләк

Мәхмүт менән Ғайса – йән дуҫтар. Мәхмүт бик етеш ғаиләнән. Өҫтөндә затлы кейем, өйөндә компьютер, ҡиммәтле телефон. Ә Ғайса, киреһенсә, тулы булмаған ғаиләнән, 4 баланы әсәһе бер үҙе тәрбиәләй. Балаларын үҫтерер өсөн яңғыҙ әсәһе таң һарыһынан киске ҡараңғыға тиклем эштә була. Ғайса бик изгелекле, аҡыллы малай. Әсәһенән өҫтөнә яңы кейем алып биреүен дә һорамай: мәктәптә ағаларынан ҡалған кейемдәрен кейеп йөрөй.

Бер көн дуҫтар мәктәптән ҡайтышлай магазин янында туҡталдылар. Ғайса, ниңәлер, витринала торған ҡиммәтле костюмға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

– Шундай костюмды кейергә теләр инеңме? – тип һораны Мәхмүт дуҫынан. Ғайса, бер ни өндәшмәй, шәп-шәп атлап китеп барҙы. Мәхмүтте ауыр уйҙар биләне: ул барыһын да аңланы.

– Эх, ошо костюмды Ғайса дуҫына бүләк итергә ине! – тип өҙгөләнде ул. Костюм алырлыҡ аҡсаһы бар уның, ул әллә ҡасандан бирле яңы компьютер алыр өсөн аҡса йыя ине. Төрлөсә уйлай торғас, Мәхмүт дуҫы өсөн костюмды һатып алды, тик атаәсәһенә ни тип әйтергә белмәне. Бер көн, бар батырлығын йыйып, Мәхмүт ата-әсәһенә хәлде һөйләп бирҙе. Улар иғтибар менән тыңланылар. Әсәһе:

– Дуҫың өсөн бүләк эшләү – бик һәйбәт сифат, тик оҙаҡ ҡына компьютерһыҙ буласаҡһың, – тине. – Аңлайым, әммә Ғайса яңы костюмға бик мохтаж, ә мин түҙермен әле, – тине Мәхмүт. Был һүҙҙәрҙе ишеткән ата-әсә бик изгелекле бала булып үҫеп килгән улдары өсөн эстән генә һөйөндөләр.

– Аллаһу Тәғәлә һинең изгелегеңде күреп, алдағы көндәрҙә һине ҡыуандырасаҡ, – тинеләр улар. Мәхмүт костюмды Ғайсаға нисек тапшырырға белмәне. Үҙе алып барып бирһә, Ғайса асыуланыр төҫлө тойолдо. Шуға ла бүләкте уға кеше аша ебәрҙе. Ғайса бик шатланды. Өйгә әйләнеп ҡайтҡас, Мәхмүт икеләтә һөйөнөс кисерҙе, сөнки ата- әсәһе уға яңы компьютер һатып алғайны.

Дуҫыма рәхмәтлемен

Сәйет, будильнигын иртәнге намаҙ ваҡытына көйләп ҡуйһа ла, тора алманы. Был хәл иртәгеһен дә ҡабатланды. Көн артынан көн шулай үтә торҙо.

– Иртәгә мотлаҡ уянасаҡмын, – тип үҙенә һүҙ биреп тә ҡараны. Ләкин иртәнсәк яңғыраған аҙан тауышы аҫтында рәхәтләнеп йоҡлауын дауам итте ул. Әлбиттә, бының өсөн бик борсолдо. Һәм был хәлде бер көн Мәхмүт дуҫына һөйләне.

– Ҡайғырма, Сәйет. Мин һине намаҙ ваҡытында көн дә уятырмын,– тип вәғәҙә бирҙе ул. Сәйет бик шатланды.

– Ярай, килештек, – тине ул дәртләнеп. Иртәнсәк, аҙан тауышы яңғырау менән Мәхмүт дуҫына шылтыратты. Алло, Сәйет! Әс-сәләмү ғәләйкүм! Уяндыңмы,намаҙға торорға ваҡыт! – Рәхмәт, Мәхмүт! Хәҙер торам, – тине Сәйет. Әммә дуҫының ышанысһыҙ ғына һөйләшеүен һиҙеп, Мәхмүт тағы ла шылтыратырға булды. Ә Сәйет һаман да урынынан тормағайны.

– Сәйет, хәйерле иртә! Йокоңдан уяндыңмы? Бөгөн кис спортзалға барабыҙмы?, – тип ныҡышты, – ярай мәктәптә осрашырбыҙ! – тип төрлө һорауҙар биреп ул дуҫының хәлдәрен белеште. Шулай итеп, Сәйет дуҫы ярҙамында намаҙҙарҙы үҙ ваҡытында үтәй башланы. Уның кәйефе лә күтәрелде. Дуҫына бик рәхмәтле булды. Күп тә үтмәй, Сәйет йәшәгән өйҙөң янында ғына мәсет төҙөлдө. Дуҫтар бөтә намаҙҙарҙы ла мәсеттә уҡый башланы.

Рәйсә Якупова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...