Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәдтең ﷺ Хәҙисәгә (Хәдижә) өйләнеүе

 

Ул заманда Мәккә кешеләренең төп шөғөлө сауҙа булған. Быға ҡаланың Йемен менән Шәм араһындағы юл сатында урынлашыуы булышлыҡ иткән.

 

Хүәйлид ҡыҙы Хәҙисә бик абруйлы һәм хөрмәтле ҡатын була, ҡорайыштар араһында үҙенең күркәм холҡо һәм аҡылы менән таныла. Йәнә ул бик бай ҙа була. Шуға күрә күп кенә дәрәжәле ҡорайыштар уның ҡулын һорай, ләкин ҡатын бөтәһен дә кире ҡаға. Бер ваҡыт Хәҙисә төшөндә бөтә донъяны балҡытҡан яҡтылыҡты күкрәгенә ҡыҫҡанын күрә. Был төштө уға һуңғы пәйғәмбәрҙең ҡатыны буласағына юрайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң Хәҙисә ҡорайыштар араһында үҙенең ғәҙеллеге һәм намыҫлы булыуы менән билдәле булған Мөхәммәдтән ﷺ Шәмгә барасаҡ карауанға етәксе булыуын һорай.

Хәҙисә карауан менән Мәйсәрә исемле хеҙмәтсеһен (ир кеше − ред.) ебәрә һәм уға бөтә нәмәлә лә Мөхәммәдте ﷺ тыңларға ҡуша. Юлда барғанда Мәйсәрә Мөхәммәдтең ябай түгеллеген күрһәткән бер нисә ғәжәйеп хәлгә шаһит була. Шәмдә бер йәһүд, тауар һатып алғанда, Мөхәммәдтән ﷺ тауарҙың ысынлап та үҙ хаҡына торош булыуына боттар (мәжүсиҙәр табынған һындар) менән ант итеүен талап итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ бер ҡасан да боттар менән ант итмәүен, хатта яндарынан үтеп киткәндә лә, улар яғына әйләнеп тә ҡарамауын әйтә. Бындай яуапҡа йәһүдтең иҫе китә һәм ул, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп, уның алдында торған был кеше пәйғәмбәр булырға лайыҡ, ти.

Юлда барғанда, Мәйсәрә Мөхәммәдтең ﷺ баш өҫтөндә һәр саҡ болот булыуын һәм, күләгәһе менән уны эҫелектән һаҡлап, оҙатып йөрөүен күрә. Ошо сәйәхәттә Мәйсәрә бөтә йөрәге менән үҙенең юлдашына эҫенә, күңелендә уға ихтирам һәм һөйөү тыуа. Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте менән сауҙа эше уңышлы тамамлана, һәм карауан имен-һау Мәккәгә ҡайтып етә.

Мәккәгә ҡайтҡас, хеҙмәтсеһе Хәҙисәгә барыһын да теҙеп һөйләп бирә. Ғаләмдәр Раббыһының һөйөклө пәйғәмбәренә ﷺ биргән бәрәкәтендә, Мөхәммәд ﷺ етәк-селегендәге сауҙа Хәҙисәгә бы-ғаса булмаған табыш килтерә. Мөхәммәдтең ﷺ гүзәл холҡо, һирәк осрай торған намыҫлылығы, шулай уҡ хеҙмәтсеһенең Мөхәммәдкә ﷺ бәйле мөғжизәләр тураһында һөйләгәндәре Хәҙисәнең йөрәгендә уянған мөхәббәт хисен дөрләтеп ебәрә. Аллаһ ихтыяры менән ул Мөхәммәдтең ﷺ үҙенә өйләнеүен теләй һәм уға һиҙҙереү өсөн Нәфисә исемле әхирәтен ебәрә. Өйләнергә уйың бармы, тигән һорауға Мөхәммәд ﷺ быға аҡсаһы юҡлығын әйтә. Шунда Нәфисә: «Юғары әхлаҡле, бик затлы бер ҡатын бар, уның өсөн аҡсаның әһәмиәте юҡ. Уның байлығы былай ҙа етерлек, өҫтәүенә, аҡыллы ла, һылыу ҙа», − ти. «Кем ул ҡатын?» − тип һорай Мөхәммәд ﷺ. Нәфисә йәшереп тормай: «Хәҙисә», − тип яуап бирә. Мөхәммәд ﷺ риза була, сөнки ҡатындың матур әҙәбе, холоҡ-тәртибе ҡалала билдәле була. Оҙаҡламай, ул атаһының туғандарын Хәҙисәне һоратырға ебәрә. Уның яғынан мәһәргә егерме дөйә бүләк ителә. Өйләнешкәндә, Мөхәммәдкә ﷺ − егерме биш, Хәҙисәгә ҡырҡ йәш була.

Хәҙисә яратҡан ире менән егерме биш йыл йәшәй. Пәйғәмбәргә ﷺ алты бала табып бирә: Ҡасим, Зәйнәп, Руҡия, Өммөгөлсөм (Уммукульсум), Фатима һәм Абдулла. Мөхәммәд ﷺ өйләнгәндән һуң да сауҙа эштәре менән шөғөлләнеүен дауам итә. Килеменең бер өлөшөн һәр ваҡыт етем һәм фәҡирҙәргә өләшә, шулай уҡ ҡунаҡтар ҡабул итә. Хәҙисә иҫән саҡта ул башҡа ҡатын алмай.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...