Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Ғабдуллаһтың Әминәгә өйләнеүе

Ғабдуллаһ бәлиғ булғас, атаһы уға иң яҡшы кәләш һайлай. Ул Ғабдулманафтың улы Үәһбтең ҡыҙы Әминә, саф ҡорайыш нәҫеленән иң аҫыл һәм тыйнаҡ ҡыҙ була. Ҡорайыштар уның атаһы Үәһбте ныҡ хөрмәтләйҙәр һәм ололайҙар. Ул Бану Зөһәр ҡәбиләһенең башлығы була. Ғабуллаһ Әминә менән бер аҙ йәшәгәс, Шәм яҡтарына юллана. Ул ваҡытта уның ҡатыны ауырлы булған була. Әммә атаһына үҙенең улын күрергә насип булмай: Шәмдән ҡайтып килгәндә, Ғабдуллаһ егерме биш йәшендә Йәсрибтә мәрхүм була.

 

Абраханың ғәскәрен юҡ итеү

Йәмәндәге Эфиопия импера-торының наместнигы Абрахаға бөтөн тирә-яҡтағы ғәрәптәрҙең Мәккәләге Ҡәғбәгә зыярат ҡылыуы тураһында билдәле була. Ул артабан Санала ҙур сиркәү төҙөй һәм бар халыҡ алдында бынан ары хажды Санаға килеп үтәргә ҡуша. Быны Кинана ҡәбиләһенән бер ғәрәп ишетеп ҡала, шунан ул төнөн сиркәүгә инеп, уның стеналарын нәжескә буяп сыға. Был турала Абраха белеп ҡалғас, асыуынан етмеш меңлек ғәскәр йыйып, Мәккәгә барып Ҡәғбәне емерергә була. Юлында осраған ерҙәрҙе яулап һәм талап, ғәскәр Мәккәгә яҡынлаша. Ҡорайыштар һәм Мәккә тирәһендәге башҡа ғәрәптәр, ҙур әрмегә ҡаршы тора алмаҫтарын белеп, тауҙарҙа йәшенәләр. Абраханың һалдаттары урындағы халыҡтың малын ҡыуып алып китә башлай. Шул малдар араһында Ғабделмотталиптың ике йөҙ дөйәһе лә була. Быны белгәс тә, ул, малдарын кире ҡайтарыу буйынса һөйләшеп, килешер өсөн, Абрахаға осрашыуға бара. Әммә наместник: «Мин һеҙҙең Ҡәғбәгеҙҙе емерергә килдем. Ә һин уны яҡлар урынына, миңә үҙеңдең дөйәләреңде юллап килгәнһең!» – ти. «Мин – дөйәләрҙең хужаһы, Ҡәғбәнең үҙ Раббыһы бар. Ул уны һаҡлаясаҡ», – тип яуап бирә Ғәбделмотталип. Абраха тәкәббер рәүештә уға берәү ҙә ҡаршы тора алмаясағын белдерә, әммә Ғәбделмотталипҡа дөйәләрен кире ҡайтара.

Мина менән Мөздәлифә араһындағы Мөхәссар тигән урынға Абраханың ғәскәре барып еткәс, алда барған ҙур хәрби фил ҡапыл туҡтап, сүгә. Уны Мәккә яғына нисек кенә ҡыуып, хатта туҡмап ҡарамаһындар − ул урынынан ҡуҙғалмай.

Шунан Аллаһ ҡушыуы буйынса диңгеҙҙән Әбәбил тигән ҡош өйөрө күренә. Һәр ҡош борсаҡ дәүмәлендә өс таш алып килә: береһе – суҡышында, ҡалған икеһе тәпәйҙәрендә була. Улар Абраханың ғәскәренә ташлы ямғыр яуҙыралар. Һәр таш баҫҡынсыларҙың башын үтәләй тишеп, табанынан килеп сыға. Шулай итеп, ғәскәрҙең күп өлөшө ҡырыла. Абраха менән тере ҡалғандар ҡасып китәләр. Әммә ҡайтып барған саҡта, ҡурҡыныс ауырыу ҡалған ғәскәрҙе лә юҡҡа сығара. Баҫҡынсыларҙың ағзалары тәндәренән бүленә башлай. Был ваҡиға тураһында изге Ҡөрьәндең бер сүрәһендә иҫкә алына.

Шул йылды ғәрәптәр, Мәккәгә һөжүм итеүҙән баш тартҡан хәрби фил хөрмәтенә, Фил йылы тип атайҙар. Ошо ваҡиғаларҙан һуң ике йыл үткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ донъяға килә.

 

 (Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...