ҠОРАЙШИТТАРҘЫҢ МӘККӘГӘ КИЛЕҮЕ

ҠОРАЙШИТТАРҘЫҢ МӘККӘГӘ КИЛЕҮЕ

ҠОРАЙШИТТАРҘЫҢ МӘККӘГӘ КИЛЕҮЕ

Ул заманда Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡәбиләһе Мәккәнең ситендә йәшәгән. Йәш ҡорайыш егете Ҡусай Киләб улы Мәккәнең башлығы Хузаа ҡәбиләһенән, Хүләйлә ибне Хабшиҙың ҡыҙы Хүббәгә өйләнә. Хүләйлә вафат булғас, хуза һәм ҡорайыш ҡәүемдәре араһында бәхәс сыға: кем артабан Мәккә менән идара итә?

 

Һөҙөмтәлә, Ҡусай Мәккәнең башлығы һәм Ҡәғбәнең һаҡсыһы була. Был ваҡиға 440 йылда була. Ҡусай үҙенең барлыҡ ҡорайыш ҡәбиләһен йыйып алып, Мәккәгә йәшәргә күсерә. Ул урындағы халыҡтан ярлы хажиҙарҙы ашатыр өсөн аҡса йыйыу йолаһын уйлап сығара. Шул замандан алып, һәр ҡорайыш ғаиләһе үҙенең мөлкәтенән ниндәйҙер өлөшөн Мәккә башлығына тапшырыр булған. Ул аҡса хажиҙарҙы ҡабул итеү һәм ашатыуға сарыф ителгән.

Ҡусай Ҡәғбәнән алыҫ түгел «Дар ан-Надүәт», йәғни «Йыйылыу өйө» тигән ҙур өй төҙөй. Ҡорайыш халҡы мөһим һорауҙар буйынса гел шунда йыйылған. Бигерәк тә никах һәм йәмәғәт эштәре буйынса.

Ҡусай мәрхүм булғас, артабан хажиҙарҙы хеҙмәтләндереү, ашатыу бурысы уның улына Ғабдуманафҡа күсә. Ул артабан Һашим тигән улына йөкмәтә. Уның ысын исеме Амр була. Һашим ҡушаматын ул хажиҙарға ваҡ итеп икмәк менән итте ҡушып әҙерләгәне өсөн ала. (ғәрәп теленән «һашим» – нимәнелер ваҡлау тигәнде аңлата). Һашимдан Аллаһ Рәсүленең ﷺ тоҡомо барлыҡҡа килә. Һашим үҙенең ҡәүеме араһында ныҡ абруйлы була.

Бер мәл Һашим сауҙа ҡаруаны менән Шәм яҡтарына ҡуҙғала. Юл буйында Йәсриб ҡалаһында туҡтай. Шунда ул Бану Нәджәр ҡәбиләһенән Амрҙың ҡыҙы Сәлмәгә өйләнә. Һашим артабан сәфәргә сыға, Сәлмә ауырлы булып ҡала. 497 йылда Фәләстанда Һашим вафат була. Шунан һуң Сәлмәнең улы тыуа, уға Шәйбә тип исем ҡушалар. Ул һигеҙ йәшенә тиклем әсәһе менән Йәсрибтә йәшәй.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...